+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Илһам
25 Ноября 2021, 07:05

Мөсәл нисек тыуған?

Әкиәт

Мөсәл нисек тыуған?Мөсәл нисек тыуған?
Мөсәл нисек тыуған?

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ун ике януар: Ат, Эт, Аждаһа, Маймыл, Сусҡа, Ҡуян, Һарыҡ, Йылан, Сысҡан, Үгеҙ, Әтәс, Юлбарыҫ. Улар бик татыу булған, бер-береһенә ярҙам иткән.
Бына Яңы йыл еткән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгән, ти, хайуандар йәшәгән урманға. Эй шатланған, ти, улар, эй шатланған, ти, сөнки Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа йылына тик бер тапҡыр ғына килгән. Байрам яһағандар, хайуандар ҡыуанған, күңел асҡан. Ҡыш бабай бүләктәрен таратҡан. Бер заман ул урмандағыларға:
– Дуҫтарым! Мин берәү генә, ә бара торған ерҙәрем бик күп. Шуға үҙем бер нисек тә өлгөрә алмайым. Бәлки, арағыҙҙан ярҙамсы табылыр, – тип өндәшкән.
– Мин булам да мин булам! – тип шаулашҡан, ти, хай­уандар. Ҡыш бабай был шау-шыуҙы нисек баҫырға белмәй аптырап торған да:
– Тынысланығыҙ, дуҫтарым, бәхәсләшмәгеҙ! Әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ: шыбаға тотабыҙ ҙа кемегеҙ өҫкә сыға – шул миңә быйыл ярҙамсы була, – тигән. – Киләсәктә йыл һайын шулай берегеҙ ярҙамға килер. Хисапты тамамлағас, йәнә шул тәртип менән башларбыҙ.
Барыһы ла әлеге аҡыллы тәҡдимгә риза булған. Шыбаға тотҡандар. Иң беренсе Һарыҡ сыҡҡан, ти, өҫкә. Ҡыш бабай мөғжизәле таяғы менән һуғып, иғлан иткән:
–Тап ошо мәлдән яңы мөсәл башланды, тип иҫәпләйбеҙ! Һарыҡ беҙҙең мөсәлде башлап ебәрә, киләһе йыл шыбағала өҫкә сығыусы унан вазифаны ҡабул итәсәк. Шулай итеп, хәйерле сәғәттә!
Барыһы ла Һарыҡты ҡотлап, яңы мөсәлде башлап ебәреп, уйын-көлкөнө дауам иткән.
Шул ваҡыттан алып хай­уандар берәр йыл бүлешеп хужалыҡ иткән ваҡытты мөсәл тип атай башлағандар.

Ғайсар ҠАНСУРИН.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас