+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
28 Ноябрь 2021, 14:00

Кәзә менән Ҡуян

Әкиәт

Кәзә менән Ҡуян
Кәзә менән Ҡуян

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Кәзә менән Ҡуян. Улар икеһе лә урманда көн иткән. Кәзә менән Ҡуян бик дуҫ бул­ған, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшкән, хатта бер ағасты кимергән. Ҡуяндың мамығы ҡупшы, тик оҙон һалҡын ҡыштарҙа йылытмай икән, шуға ул йылыныр­ға тип йүгереп тик йөрөй, ти. Ә Кәзәнең дебе­те ҡуйы, матур, шуға ла дуҫы кеүек сапмай, ә ағас башында ҡайыҙ кимереп ята икән.
Бына бер ваҡыт Һунарсы Кәзә янынан үтеп бар­ғанда, уны күреп, бик шатланған, ти. «Ҡайһылай дебете матур, әбейем үҙенә берәй нәмә бәйләп алыр», – тип уйлап, һаҡалтайҙы алып ҡайтып киткән.
Шулай итеп, Кәзә ауыл­да йәшәй башлаған. Һунарсының әбейе уның дебетенән йылы ойоҡбаш, бейәләй бәйләгән.
Тик һәүетемсә йәшәп ятҡанда Кәзә урманда ҡалған дуҫын һағынып, бойоға башлаған. Хужа­һы малы өсөн борсолоп, сәбәбен һорай икән. Кә­зә хәлде аңлатып биргән. Киткән, ти, Һунарсы Ҡуян­ды эҙләп урман­ға. Уны ла табып алып ҡайт­ҡан. Әбейе Ҡуян мамы­ғынан да бейәләй-шәл бәйләп ҡараған, ләкин Кәзәнекенән хөртөрәк икән. Ҡойолоп тора, мамығы ҡыҫҡа бул­ған, ләкин бер ҡышҡа сыҙай, ти. Шунан алып «Бер ҡыш­ҡа ҡуян тиреһе лә сыҙа­ған» тигән әйтем ҡал­ған, имеш.
Ҡуян менән Кәзә ҡарттарға эйәләшеп, бик кү­ңелле итеп ауылда йәшәгән. Кәзәнән данлыҡлы Ейәнсура шәлдәре бәйләрлек мамыҡлы то­ҡомдары таралып киткән. Әле лә бында ҡыш­ҡы оҙон төндәрҙә апай-инәйҙәр, кәзә дебетен маҡтай-маҡтай, йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр, шәлдәр бәйләй. Ә ҡуян тиреһенән тун, бүрек тегәләр. Ул хәҙер ауылда йәшәгәс, йорт ҡуянына әйләнгән.

Ғайсар ҠАНСУРИН.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: