+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Декабрь 2021, 12:40

Ҡунаҡ килгән!

– Ҡунаҡ килгән, ҡыҙҙарым! – тип

Ҡунаҡ килгән!
Ҡунаҡ килгән!

Иртән әсәй уятты.
Бесәй кеүек ипләп кенә
Ҡарап сыҡтыҡ бар яҡты.
– Бер ерҙә лә күренмәй бит,
Әсәй, әйт, ҡунаҡ ҡайҙа?
– Тышҡа сыҡҡас, күрерһегеҙ, – ти, –
Ул көтә шул урамда.
Килгәс, ниңә кермәй инде –
Сығып киттек урамға.
Бәй, кисә генә ҡара ине,
Ап-аҡ булған урам да.
Рәхәтләнеп, эй, уйнаныҡ
Ҡар бабайҙы яһап та.
Шатлыҡ тейәп күстәнәскә
Аҡ ҡар килгән ҡунаҡҡа!

Милана һәм Сабина ҒӘНИЕВАлар,
I һәм V синыф уҡыусылары.
Туймазы районы,
Иҫке Туймазы белем биреү үҙәге.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: