+30 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
14 Декабря 2021, 07:05

Йөрәгемә һеңгән

Башҡортостан – ғәзиз Тыуған илем,

Йөрәгемә һеңгәнЙөрәгемә һеңгән
Йөрәгемә һеңгән

Сал Хәйбуллам – изге төйәккенәм.
Аҡъярымда тәүге ауаз менән
Йөрәгемә һеңгән башҡорт телем.
«Атай, әсәй», – тиеп туған телдә
Ғәзиз кешеләргә мин өндәшәм.
Туғандарым, дуҫтарым менән дә
Иркенләп мин башҡортса һөйләшәм.
Өйҙә беҙҙең – һәр саҡ ҡурай моңо,
Атайыбыҙ моңло йырын һуҙа,
Әсәкәйем әкиәттәр һөйләп,
Телгә һөйөү бирә өс ҡыҙына...
Ғәзиз балаһына һөйөү биреү –
Атай-әсәйҙәргә иң мөһиме.
Һөйөү менән бергә телле итеү –
Изге бурыстарҙың да береһе.
Беҙгә ҡалған изге аманатҡа,
Дуҫтар, һәр саҡта тоғро булайыҡ!
Ғәзиз туған телдең яҡлаусыһы
Булып мәңгелеккә беҙ ҡалайыҡ!

Рәлиә СӘЛИМОВА,
X «Б» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Фото: р02.навигатор.дети

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас