+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Декабрь 2021, 13:05

Ҡарһылыу

Матур кейемдәрен кейеп, Ҡарһылыу килгән икән. Тиҙҙән Яңы йыл етеүен Ул ҡайҙан белгән икән?

Ҡарһылыу
Ҡарһылыу

Яңы йылда беҙҙең менән

Ҡарһылыу гел бергә ул.

Байрам бүләк итер өсөн,

Ебәрелә ергә ул.

Их, уның наҙлы ҡарашы, 

Күҙен һирпеп алыуы!

Бар булмышы ҡар булһа ла,

Йылыта йылмайыуы.

Бөтәбеҙҙе һоҡландырып,

Бейе, әйҙә, Ҡарһылыу!

Һәр кемгә лә килешә ул

Байрамдарҙа шат булыу.

Гөлфиә Юнысова.

Фото: Сибай ҡалаһы.



Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: