+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
26 Декабрь 2021, 11:05

Ҡаршылайбыҙ ҡунаҡтар

Сырҡылдап, ағас башына Килеп ҡунды турғайҙар. Яңы йыл килгәнен иң тәү Күрербеҙ, тип уйлайҙар.

Ҡаршылайбыҙ ҡунаҡтар
Ҡаршылайбыҙ ҡунаҡтар

Теләктәре: алдан күреп,

Беҙҙән һөйөнсө алыу.

–  Ура-ра! Күренде! – ти береһе, – 

Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу!

Ҡунаҡтар хаҡында хәбәр

Беҙҙе лә һөйөндөрә.

Ҡаршы барып алыу өсөн

Тиҙерәк кейендерә.

 Турғайҙар ағас башында,

Улар төнөн дә һаҡта.

Яңы йыл килеп етәсәк

Ун ике тулған саҡта,

Уйындар ҡыҙған саҡта.

Гөлфиә Юнысова.

Фото: Баймаҡ районы, Этҡол мәктәбе.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: