+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
31 Декабрь 2021, 10:05

Шыршыҡай

Гөлфиә ЮНЫСОВА

Яңы йыл буламы ни ул

Ҡарлы, буранлы ҡышһыҙ,

Уйынсыҡтан ем-ем уттан

Балҡып торған шыршыһыҙ.

Һәр саҡ йәшел шыршыҡай,

Ҡышын-йәйен төҫ ташламай,

Шуға йәп-йәш – ҡупшыҡай.

 

Ҡунаҡ шыршыны урмандан

Көтмәй быйыл түребеҙ.

Урам шыршыһы янына

Килдек бөгөн үҙебеҙ.

 

Урам йәме – шыршыҡай,

Аҡ йондоҙсоҡтар һибелгән –

Бөгөн бигерәк ҡупшыҡай.

 

Ағас төбөнә ҡуйырға

Күстәнәстәр килтерҙек.

Шыршы янына йыйылған

Һәр кемгә лә етерлек.

 

Рәхмәт әйтә шыршыҡай,

Ул да бүләк таратырға

Теләгәндер, ҡупшыҡай.

 

Шыршыбыҙҙы биҙәп ҡуйғас,

Ҡарап туймаҫлыҡ булды.

Иң осона йондоҙ һымаҡ,

Ҡыҙылтүш килеп ҡунды.

 

Эй, шатланды шыршыҡай,

Яңы йылда биҙәнергә

Ярата шул ҡупшыҡай.

 

Ҡыҙылтүш һайрап ебәргәс,

Башланып китте уйын.

Хәҙер инде был байрамды

Туҡтатыуҙары ҡыйын.

 

Иң уртала – шыршыҡай

Яңы йылды беҙҙең кеүек,

Ҡыуаныстан йырлап-бейеп,

Ҡаршы ала ҡупшыҡай.

 

 Фото: Сибай, 1-се мәктәп.

Читайте нас: