+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Илһам
2 Января 2022, 10:55

Һаумы, ҡыш!

Ҡарлы буранын эйәртеп

Һаумы, ҡыш!Һаумы, ҡыш!
Һаумы, ҡыш!

Ҡарлы буранын эйәртеп
Ҡыш бабай килде беҙгә.
Йондоҙсоҡтар элеп сыҡты,
Нур өҫтәп йөҙөбөҙгә.
Юл буйҙарын, урман, тауҙы
Биҙәне осоп-ҡунып
– Һыуыҡ көндәр етте, – тиеп,
Кейҙерҙе йылы тунын.
Ҡыштан һис тә ҡурҡмайынса
Сығабыҙ урмандарға.
– Ҡыйыуҙар! – тип тәбиғәт тә
Һоҡланһын уңғандарға.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас