+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
16 Ғинуар 2022, 12:05

Ап-аҡ ҡарҙар

Мин яһаған һуҡмаҡтарҙан

Ап-аҡ ҡарҙар
Ап-аҡ ҡарҙар

Төндә буран йүгергән.
Иртә менән көрт көрәргә,
Тағы ла күп эш өйгән.
Өй алдында ҡарҙар көрәп,
Бейек тау яһап ҡуям.
Ҡыш бабай ап-аҡ ҡарҙарҙы
Бик мул итеп яуҙырған.
Ҡар көрәйем, уйнайым,
Ҡыш – иң яратҡан айым.
Яңы яуған аҡ ҡарҙарға
Һүрәт яһап туймайым.
Саф һауаның файҙаһы күп,
Ғашиҡмын хозур ҡышҡа.
Бит остарым алһыулана,
Оҙаҡ уйнаһам тышта.

Лилиә ФӘХРӘЗОВА.
Туймазы районы,
Серафимовкалағы
3-сө мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: