+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Ғинуар 2022, 11:15

Ҡупшыҡай

Әкиәт

Борон-борон заманда ла түгел, былтыр ҙа түгел, быйыл да түгел, кисә лә түгел, бөгөн дә түгел йәшәгән, ти, бер Ҡуян. Яҙҙан көҙгә тиклем – һоро, ҡыш башынан яҙға саҡлы аҡ тун кейеп йөрөгән ул. Кейемдәрен алмаш-тилмәш кейергә яратҡанға Ҡупшыҡай тип йөрөткәндәр үҙен.
Аҡ туны айырыуса килешкән, ти, уға. Шуға ла ҡыш етеүен һағынып көтөп ала торған булған. Етмәһә, аҡ тунын кейеп алдымы, үҙен йыл һайын балалар Шыршы байрамына саҡыра икән, ти.
Байрамға уның һымаҡ урман йәнлектәре күп килә. Күптәре битлек кейеп алған була. Ҡайһы саҡта уларҙың ҡайһыныһы ысын йәнлек, ҡайһыныһы битлек кейгән икәнлеген дә айырыуы ҡыйын, ти, хатта. Ә Ҡупшыҡайға рәхәт: шундай матур байрамға саҡырылыу өсөн уға битлек тә кәрәк түгел. Уны кейһә лә, кеймәһә лә, барыбер ап-аҡ, һәр ваҡыт байрамса. Шуға ла Ҡуянды балалар ярата. Үҙҙәре менән етәкләп алып, шыршы тирәләй түңәрәктә йөрөтәләр. Ҡыш бабай уға күп итеп күстәнәстәр, бүләктәр бирә, ти.
Әле лә Ҡупшыҡай Шыршы байрамына саҡырыу көтә. Тик бына аҡ тунын ғына иртәрәк кейҙе шикелле. Донъя бер ағарып, бер ҡарайып тик тора бит. Байрамға тиклем тунын бысратып ҡуйһа, ни эшләр? Бысраҡ тун менән унда барыу килешмәҫ бит әле. Ҡупшыҡай, тигәс тә, тунын көн һайын алмаштырып кейә лә алмай шул. Тун бит ул маскарад костюмы түгел. Ошо мәлдә кейергә аҡлы-ҡаралы тун тектереп алырға уйлағайны ла, Ҡупшыҡайҙар батшалығынан рөхсәт булманы. «Аҡ булып күренеү өсөн Ҡыш батшаһы Аҡ айыуға ла, беҙгә лә битлек кейәһе түгел. Башҡалар кейһен битлектәрен, ә беҙ – юҡ. Былай ҙа ап-аҡбыҙ. Аҡлы-ҡаралы булып та йөрөмәйбеҙ: йә аҡ, йә һоро», – тип кенә ҡуйҙылар.
Ысынлап та, йәйен – һоро, ҡышын ап-аҡ ҡына булып йөрөү насармы ни?! Донъя аҡлы-ҡаралы ваҡытта тунын бысратмаҫ өсөн ап-аҡ ҡына ерҙәрҙән йөрөр. Тирә-яҡ ап-аҡҡа күмелгәс, был ерҙәрҙә Ҡупшыҡай үҙе хужа булыр. Юҡҡа ғына уның туны Аҡ айыу менән бер иштән түгел бит.
Ә һеҙ Ҡупшыҡайҙы байрамға саҡырырға онотманығыҙмы? Аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына, матур ғына Ҡуянҡай һеҙҙән күптән саҡырыу көтә ине бит, дуҫтар...

Гөлназ ВӘЛИЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: