+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Ғинуар 2022, 14:05

Дуҫлыҡ көсө

Хикәйә Зөлфиә менән Гөлнур – әхирәттәр. Зөлфиә бер аҙ маҡтансығыраҡ, өйҙә әсәһенә лә бик ярҙам итеп бармай. Гөлнур дуҫының был насар ғәҙәтенә эсе боша.

Дуҫлыҡ көсө
Дуҫлыҡ көсө

Үҙенең мәктәптән һуң ваҡытын нисек файҙалы үткәреүен һөйләп, уға ыңғай тәьҫир итергә теләй.
Бер көндө, ғәҙәттәгесә, мәктәптән ҡайтып килгәндә бысраҡҡа батҡан бесәй балаһын күр­ҙеләр. Гөлнур уны йәлләп, янына бара башлағайны, Зөлфиә:
– Әйҙә, киттек, бындай йолҡош нәмәгә кәрәк? – тип туҡтап та торманы. Ә әхирәте асыҡҡан, талсыҡҡан бесәй балаһын өйгә алып ҡайтып йыуындырҙы, ашатты.
Аҙна-ун көн үткәс, Зөлфиә Гөлнурҙарға килде. Йомғаҡ менән уйнап йөрөгән мыяуҡайҙы күреп «ах» итте:
– Ҡайһылай матур бесәйкәй!
– Теге ваҡыттағы «йолҡош» бит ул, – тине әхирәте, ихлас йылмайып.
Зөлфиә уңайһыҙланып:
– Ғәфү ит, Гөлнур. Ҡайһы саҡ дөрөҫ уйлап эш итмәйем шул. Һин ниндәй яҡшы күңеллеһең! Мин дә һинең кеүек булғым килә. Әйҙә, бесәйҙе бергә ҡарайыҡ, – тине.
Гөлнур дуҫының шундай һүҙҙәренә бик ҡыуанды.
Шул көндән һуң Зөлфиә лә өйҙә ярҙам итә башланы. Әсәһе быға шатланды. Әхирәтеңдең яҡшы сифаттарын үҙеңә алып, һәйбәт яҡҡа үҙгәреү – дуҫлыҡтың иң ҙур көсөлөр ул.


Лиана СОЛТАНОВА.
Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: