+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Ғинуар 2022, 15:25

Туғандар нисек аҡылға ултырған?

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың ҡыҙы һәм улы булған. Әммә туғандар бер-береһен яратмаған.

Туғандар нисек аҡылға ултырған?
Туғандар нисек аҡылға ултырған?

Бер ваҡыт малай һунарға киткән. Юлында айыу осраған. Малай унан саҡ-саҡ ҡасып ҡотолған. Хәлдән тайып йүгерә торғас, абынып йығылған. Йыртылып бөткән кейемдә кисләтеп кенә өйгә ҡайтып ингән. Әммә апаһы уға иғтибар ҙа итмәгән.
Икенсе көндө ҡыҙыҡай еләк йыйырға урманға киткән. Оҙаҡлап ҡайтмай торғас, малай уның артынан юлланған.
Аҙашып йөрөгән апаһын урманда эҙләп табып, бергәләп өйгә ҡайтҡандар. Шунан ҡыҙ ҡустыһына: «Рәхмәт инде, әлдә килдең. Мин өйгә юлды тапмай, бөтөнләй харап булыр, йыртҡыс тырнағына эләгер инем», – тигән. Әүәлге ҡылыҡтары өсөн ғәфү ҙә үтенгән.
Ошо көндән һуң апай менән ҡусты, атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп, татыу йәшәйҙәр, ти.

Фирзинә ҠЫҘРАСОВА.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: