+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Февраль 2022, 12:10

Данлармын мин илемде

Хозур ерҙә тыуғанмын мин,

Ынйы ҒӘБДРӘХИМОВА, Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһының 7-се мәктәп уҡыусыһы.
Ынйы ҒӘБДРӘХИМОВА, Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһының 7-се мәктәп уҡыусыһы.

Башҡортостан – төйәгем.
Башҡорт ҡыҙы булыуыма
Ғорур тибә йөрәгем.

Ата-бабам башын һалған
Ошо ғәзиз ер өсөн.
Тырыш халҡым тойоп йәшәй
Уларҙың рухын, көсөн.

Мин дә данлармын илемде,
Изге эштәр ҡылырмын.
Тыуып үҫкән илкәйемдең
Ғорурлығы булырмын.

Гүзәл ТҮЛӘГӘНОВА,
VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы,
3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото: Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһының 7-се мәктәбенең X синыф уҡыусыһы Ынйы Ғәбдрәхимова һүрәте.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: