+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Май 2022, 12:25

Күңел ҡошом

 

Күңел ҡошом һайрап, иртә таңдан

Дим ярына әйҙәп саҡырҙы.

Килдем әле, мин бит ошо ерҙең

Дим буйында үҫкән яр ҡыҙы.

 

Күңел ҡапҡаларым киреп асып,

Тыңланым мин ваҡыт аҡҡанын.

Ҡаршылайым бөгөн Дим ярында

Ғүмеремдең алһыу таңдарын.

 

Эҙҙәремде һаҡлай серле һуҡмаҡ,

Усағымда утым һүнмәгән.

Мин бит ҡышын тыуған - ҡышҡы бөрө,

Күңелемде ҡарҙар күммәгән.

 

Өҙҙөрөптәр һайрай күңел ҡошом,

Ожмахтарға тиңләп Дим ярын.

Күк томандар аша ҡулын болғай

Бала саҡта ҡалған хыялым.

 

Күпме ҡарлуғастар оя ҡорған,

Күпме ҡоштар ҡанат ҡағынған.

Дим ярына һыйынып илай бер ҡош,

Әллә үткәндәрен һағынған?

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Өфө ҡалаһы.

Фото: proza.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: