+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
5 Май 2022, 13:45

Туған телем

 

Атам - башҡорт, әсәм – башҡорт,

Башҡортмон мин үҙем дә.

Туған телем – иң наҙлы тел,

Моң ағыла һүҙемдән.

Башҡорт телендә һөйләшкән

Ата-бабам борондан.

Тел-бүләкте ҡәҙерләгән

Халҡыма йырлайыҡ дан.

Телде һаҡлау – изге бурыс,

Яҙмышы – беҙҙең ҡулда.

Онотмаһаҡ ҡына етер

Ул киләсәк быуынға.

Айлина СӘФӘРҒӘЛИНА, VII синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Малаяҙ башҡорт гимназияһы.

Фото: pinimg.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: