+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
17 Март 2023, 14:41

Таныш булығыҙ: Айсулпан Тоҡомбәтова!

Һуңғы ваҡытта «Бәйләнештә» селтәрендә  Айсулпан Тоҡомбәтованың ҡыҙыҡлы вайндарын төрлө төркөмдәр күпләп үҙҙәренең яҙылыусыларына тәҡдим итә башланы. Бәләкәс блогер – иғтибар үҙәгендә. Нисәнсе синыфта уҡый икән? Сюжеттарҙы кем уйлай? Ҡайһылай килештерә!

Таныш булығыҙ: Айсулпан Тоҡомбәтова!
Таныш булығыҙ: Айсулпан Тоҡомбәтова!

Һеҙҙе Айсулпан менән яҡынданыраҡ таныштырырға  булдыҡ. Ейәнсура районының Сәғит башланғыс мәктәбендә II синыфта уҡый ул.

- Айсулпан бәләкәй генә сағынан һорауҙарға бер-ике һүҙ менән генә түгел, ә тулы итеп яуап бирә торғайны. Хәбәр һөйләгәндә лә интонация менән һөйләй. Видео төшөрөргә лә яратты, балалар баҡсаһынан ҡайта ла, әйҙә видео төшөрәйек, ти. Интернеттан ҡыҙыҡлы вайндарҙы ҡарау оҡшай ине, шунан үҙе лә дәртләнеп китә. Видеоларын интернетҡа һалғыһы килә. Бер мәл иптәштәре менән дә, өйҙә беҙҙең менән дә урыҫса һөйләшеүгә күсте лә китте. Шунан, видеоларыңды башҡортса һөйләп яҙҙырһаң ғына һалабыҙ, тип шарт ҡуйҙыҡ. Тыңланы, – ти әсәһе Гөлдәр Азамат ҡыҙы.

Бәләкәй блогер сюжеттарҙы ла үҙе тәҡдим итә икән. Башына идеялар килеп кенә тора. Ҡайһы ваҡытта төшөргәндә лә пландары үҙгәреп китә. Торғаны менән әртис инде үҙе. Шулай булмай ни, атаһы ла, әсәһе лә – сәнғәт буйынса белем алғандар. Атаһы Радмир Йәүҙәт улы ҡурайҙа уйнай, әсәһе – думбырала. Улай ғына түгел, нәҫелдәрендә ике яҡтан да сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр күп икән.

Айсулпан да 3 йәшендә «Бәләкәй генә әртис» тигән йыр менән беренсе тапҡыр сәхнәлә сығыш яһаған. Йырлай ҙа, бейей ҙә. Өфөлә 2019 йылда үткән Донъя халыҡтарының әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында II урын алған. «Сулпылар» республика телевизион йыр  бәйгеһендә лә үҙен һынап ҡараған. 2020 йылда Ырымбур ҡалаһында уҙған «Йәшәй әле башҡорт моңдары» тигән төбәк-ара конкурста еңеүсе булған. Салауат ҡалаһында уҙған «Һандуғас» тигән бәйгелә – I урын. Район кимәлендә лә төрлө сараларҙа ҡатнашып, уңыштар яулап тора.

Ҡыҙҙың «Тамыр» телеканалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә үткәргән «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторған «Ныҡ бул» медиа-конкурсында «Вайн» номинацияһында I урынға лайыҡ булыуы ла иғтибарға лайыҡ. Айсулпан икенсе турға үткәс, Өфөгә килеп, Алмаз Ҡарағолов, Рәлиә Королек, Булат Иманғолов кеүек блогер апай-ағайҙарынан  оҫталыҡ дәресе алып ҡайтҡан.

Ҡыҙҙың әбей менән бабай образдарына инеп, килештереп уйнауын күргәс, моғайын, олатай-өләсәйҙәренән күреп, уларҙы сағылдыралыр,  эләкләйҙер, тигән уй ҙа тыуып ҡуя. Әммә улай түгел икән, вайндағылары – уйлап сығарылған образдар. Ҡарсәһе менән ҡартатаһы Рима һәм Йәүҙәт Тоҡомбәтовтар – Ейәнсура районында, әсәһе яғынан өләсәһе менән ҡартатаһы Гөлшат һәм Азамат Билаловтар Хәйбуллала йәшәй. Улар ейәнсәрҙәрен хуплап ҡына тора.

Күҙ теймәһен кескәй блогерға. Һәләтле кеше төрлө яҡлап һәләтле, тигәндәй, Айсулпан һүрәт төшөрөргә лә оҫта. Бәләкәй генә деталдәрен дә иҫәпкә алып, сериал кеүек үҙенең көндәлек тормошон сағылдыра, ҡағыҙ еткереп кенә тор. Бына шундай ҡыҙ ул көндән-көн киңерәк танылыу ала барған Айсулпан Тоҡомбәтова. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

 

Таныш булығыҙ: Айсулпан Тоҡомбәтова!
Таныш булығыҙ: Айсулпан Тоҡомбәтова!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: