+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
23 Март 2023, 07:32

Моңло бала тыумыштан

Миражидин Аҡбаевтың әсәһенә, атаһына бағышлаған моңло йыры һеҙҙең өсөн.

 

Ул – Ҡырғыҙ Республикаһының Ош өлкәһендәге Ноҡат районы Тимер-Ҡоруҡ мәктәбе уҡыусыһы. Моңло йырҙары менән ҡырғыҙ халҡын ғына түгел, төрки донъяһының барлыҡ моң һөйөүселәрен ҡыуандыра.

ӘСӘЙ

 

Күңелемә яҡынһың миңә,

Әсәйем, һиңә һөйөүҙәрем сикһеҙ.

Бар асылым һин, әсәйем,

Һин минең ҡәҙерлем.

Атайым, һин – баҡса үҫтереүсе,

Бәхет өләшеүсе, атайым,

Яҡлаусым һин, атай,

Юлымды яҡтыртыусы.

 

Ҡушымта:

Әсәй, мин һиңә һәр саҡ дан йырлармын,

Әсәй, мин һине Мәккәгә алып барырмын,

Әсәй, һин дүрт тарафымда ла

Ожмах шишмәләре булдырыусыһың.

Атай, һәр әйткән һүҙеңә шатланамын,

Атай, мин һине Мәккәгә алып барырмын,

Атай, бейеккә күтәрә әйткәндәрең,

Һин – иң шәп атай.

 

Ғүмер биргән миңә,

Күңел бүлгән миңә,

Хоҙай биргән миңә

Ай, көнөм һеҙ.

Берҙән-бер ҡурсалаусыларым,

Миңә көс бирәһегеҙ.

Атайым менән әсәйем –

Һеҙ минең байлығым.

 

Ҡушымта.

 

Видео: https://yandex.ru/video/preview/5881166209245111805

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: