Иңдәремдә - йәшел көйәнтә
Йәш саҡтарҙа һыуға бара инек,
Ҡыҙҙар менән аҫып көйәнтә.
Күңелле лә ине, саф шишмәнең
Моңло йыры йәнде имләтә.
Әсәйҙәр ҙә килен булып төшөп,
Көйәнтәләп һыуға барғандар.
Бәхеттәре татлы булһын тиеп,
Биҙрәләрен тулы алғандар,
Шишмәләргә тәңкә һалғандар.
Килен булып төштөм. Көйәнтәмә
Ал таҫмалар таҡтым матурлап.
Ҡыҙыл суҡтар элдем биҙрәләргә,
Алъяпҡысым сиктем нағышлап.
Ауылыма ҡайттым... Таңғы елдәр
Маңлайымдан үпте иркәләп.
Саңға батып, соланымда көтә
Моңһоу ғына зәңгәр көйәнтәм.
Яңғыҙ ғына барам һыуға табан
Иңдәремдә – ғәзиз көйәнтә.
Йәш ҡыҙҙарҙың наҙлы ҡулдарында
Телефондар көйҙәр көйләтә.
Үҙгәрҙеләр әллә заманалар –
Үҙгәргәндәр ҡыҙҙар, ауылдар.
Һыуҙар үткән өйгә, беләм, рәхәт.
Үҙгәрмәһен ине асылдар!
Айҙа ла бит көйәнтәле ҡыҙ бар...
Зөһрә Сафина-Рәхмәтуллина