+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам
21 Сентябрь 2023, 06:30

Биш йәшенән "Йөрәк һүҙе"нән айырылмай

Быйылғы "Йөрәк һүҙе"ндә Белорет районы Инйәрҙәге 2-се мәктәптең IV синыф уҡыусыһы Зөлхизә Йосопова ла ҡатнашты. Уны проект авторы Наилә Сәфәрғолова үҙе саҡырған ине. 

Биш йәшенән  "Йөрәк һүҙе"нән айырылмайБиш йәшенән  "Йөрәк һүҙе"нән айырылмай
Биш йәшенән "Йөрәк һүҙе"нән айырылмай

Зөлхизә биш кенә йәшендә Инйәрҙә ойошторолған "Йөрәк һүҙе"ндә сығыш яһап, проект авторы Наилә апайҙы һәм тамашасыларҙы һоҡландыра. Шунан бирле Өфөлә үткән бер тамашаны ла ҡалдырмай. Әсәһе Асия Рим ҡыҙы менән килеп ҡарайҙар. Ә быйыл Наилә Сәфәрғолова Зөлхизәне махсус рәүештә Өфө сәхнәһендә шиғыр һөйләргә саҡырған. Сығышынан һуң шиғри йөрәкле ҡыҙға проекттың символик таҫтамаһы тапшырылды. Быйылғы "Йөрәк һүҙе" "Әсәлек һәм илһөйәрлек" темаһына арналды.

Бөгөн иғтибарығыҙға Зөлхизәнең сығышын тәҡдим итәбеҙ. Ә гәзитебеҙҙең алдағы һанында уның тураһында мәҡәлә уҡырһығыҙ. 

Фото: vk.com.

 

Биш йәшенән  "Йөрәк һүҙе"нән айырылмай
Биш йәшенән "Йөрәк һүҙе"нән айырылмай
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас