0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Сентябрь 2023, 19:51

Башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғырай

Ул тауыш, ул моң, ул оҙон тын был егеттә! Баймаҡ районы, Буранбай ауылы егете Фәрүәз Ҡотоев йырлай. Эйе, эйе, Марсель Ҡотоевтың ҡустыһы.

Башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғырай
Башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғырай

Рәхәтләнеп тыңлағыҙ, моң һөйөүселәр. Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын ошондай итеп башҡарыусы йәштәр барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө.

Фәрүәз 2012 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсында тиҫтерҙәре араһында I урынға лайыҡ булғайны. Әле лә йырҙан айырылмайҙыр, тигән өмөттәбеҙ.

Фото: скриншот. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: