

Айлина бик матур йырлай. 2022 йылғы "Сулпылар" конкурсында Гран-при алды. Алты йәшенән ариялар ҙа башҡара. Өфө сәнғәт училищеһы янындағы музыка мәктәбендә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балалар студияһында шөғөлләнә.
Ҡыҙ һүрәт төшөрөргә, хикәйә, әкиәттәр уйлап сығарырға ла ярата. Тыуған көнөнә ата-әсәһе "Айдана һәм юғалған йондоҙ" тигән хикәйәһен шәхси типографияла китап итеп баҫтырған. 10 дана ғына. Уларҙы Айлина бүләк итеп бөткән дә инде. Һүрәттәрен дә үҙе төшөргән.
"Айлинаның тәҡдиме буйынса ата-әсәһе уның мажаралы хикәйәһен китап итеп сығарған. Балаларҙың ижади башланғысын шулай хуплау бик һәйбәт бит. Айлинаның китабы сағыу, ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан. Уға уңыштар теләйбеҙ", - тип фекере менән уртаҡлаша синыф етәксеһе Ләйсән Хафиз ҡыҙы Азаматова.
Фото: vk.com.