

Баш ҡаланан ҡатнашыусылар күп булды. Шулай уҡ Благовар, Ғафури, Миәкә һәм Мәсетле райондары уҡыусылары ла яҙмалар ебәрҙе. Акция 40-тан ашыу кешелә ҡыҙыҡһыныу уятыуы һөйөнөслө.
Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарын уҡығанда видеояҙманы үҙҙәренсә биҙәп, ҡыҙыҡлы локация табып, милли кейемдәрҙә сығыш яһаған һәр әҙәбиәт һөйөүсебеҙ маҡтауға лайыҡ. Иң яҡшы эштәрҙе “Бәйләнештә” төркөмөндә #СтихиЮнусовой хештегы менән ҡуйҙыҡ.
З. Р. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
22-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.