

Унда алты үҫмерҙең яҙмышы күрһәтелә. Тормоштарында булған, күңелдәрен әрнеткән ауыр серҙәрен тамашасыларға астылар. Геройҙарҙың береһе - Карина исемле һомғол кәүҙәле, матур ҡыҙ. Ул икенсе ғаиләгә киткән атаһының иғтибарына ынтыла һәм уның мөхәббәтен мәктәп уңыштары менән яуларға тырышып, һәр ваҡыт эргәһендә булған яҡын кешеләренең һөйөүен һиҙмәй. Үҙен һауалы ла тотоп йөрөй, әсәһен, Самат исемле ҡустыһын хөрмәт итеп бармай. Ләкин ҡустыһы ауырып мәрхүм була. Карина шул саҡта ғына кеше ғүмеренән, һаулыҡтан ҙурыраҡ байлыҡ, ҡәҙерлерәк нәмә юҡ икәнен аңлай. Әсәһе лә эш тип йүгереп йөрөп, балаларына иғтибар итмәгән икән... Ҡустыһы Самат үлгәндән һуң Карина ауырыу балаларға ярҙам итә башлай, кешеләргә изгелектәр эшләргә тырыша.
Был спектаклдең авторы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова. Ул пьесаһын ҡаты ауырыуҙан ваҡытһыҙ мәрхүм булған балалар - Раян Әхмәҙиев һәм Фәнгиз Сәғитовҡа бағышлап яҙған.
Спектакль гимназистарға бик оҡшаны. Бындай сараларҙы беҙ бик яратабыҙ һәм көтөп алабыҙ. Салауат башҡорт дәүләт драма театрына бик ҙур рәхмәт әйтеп, дәррәү алҡышланыҡ. Оҫта актёрҙарға уңыштар теләйбеҙ һәм икенсе спектаклдәр менән көтөп ҡалабыҙ.
Дана ШӘРӘФЕТДИНОВА, VIII"А" синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.