+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
10 Октябрь 2023, 05:00

Ҡағыҙ самолёт (хикәйә)

Виталикты тирә-яҡта күргән нәмәләрҙең күбеһе ғәжәпләндерҙе. Өйҙән дә бейек булып күтәрелгән ботаҡлы ҙур ағас. Ер ҡатламы аша үтеп сығырға һәләтле ныҡыш бәпембә. Болдор өҫтөнә ҡурҡмайынса оя аҫҡан ярһыу ҡарлуғас. Күҙәтеүсән малай һәр көн көтөлмәгән асыштар яһаны.

Ҡағыҙ самолёт (хикәйә)Ҡағыҙ самолёт (хикәйә)
Ҡағыҙ самолёт (хикәйә)

Әммә уны бөтәһенән элек икһеҙ-сик­һеҙ күк ылыҡтырҙы. Балҡыған ҡояшҡа тәьҫирләнгән малай йыш ҡына ололарса фекер йөрөттө: «Ул бөтә донъяны нисек йылыта ала икән? Күрәһең, йомарт яҡтыртҡыс изге күңеллелер, көс биреүсе йылыһын кемгә алып барһа ла, уға айырма юҡтыр...» Төндә малай йыш ҡына бәрхәт күккә ҡараны. Әсәһе бит: «Кеше тыуғас, унда, икһеҙ-сикһеҙ бейеклектәрҙә, мотлаҡ уның йондоҙо яна», – тигәйне. Виталик миллионлаған емелдәүсе нөктәләр араһында үҙенең иң матурын эҙләне.
Малай йә ҙур түңәрәк һары күҙен таҫрайтҡан, йә йоҡоға талған болоттарҙан текә мөгөҙөн хәйләкәр уйнатҡан шуҡ ай менән дуҫлашты, шикелле. Ул арып-талған төнгә күҙен йоморға ла ирек бирмәй хатта. Балалар бүлмәһенә күҙ һалып, Виталикты йондоҙҙар менән күңелле әйлән-бәйлән уйнарға саҡыра.
Ул ҡоштарға ҡарап көнләште. Етеҙ ҡанатлылар теләһә ҡай­ҙа оса ала. Ҡайһы бер ҡоштарҙың ҡыйғас болоттар менән талпына-талпына уҙышыуын күҙәтте. «Ошо үлсәгеһеҙ бейеклеккә менерлек оҙон баҫҡыс табырға ине...» – Виталик төп­һөҙ зәңгәр күккә бағып хыялланды. Ошондай мәлдәрҙә арҡаһында еңел елберҙәгән ҡанаттар үҫкәндәй була. Атаһы яһаған баҫҡыс иһә өлгөргән емештәре һәленеп төшкән грушаның осона ғына етә... Аҙыраҡ үҫә төшкәс, үҙенең күккә күтәрелеп, ер өҫтөндә осоп йөрөргә теләгән берҙән-бер малай түгеллеген аңланы. Кешеләр бик боронғо замандарҙан бейеклекте яуларға төрлө хикмәтле ҡулайламалар уйлап сы­ғарған, ләкин бик оҙаҡ маҡсат­тарына өлгәшә алмағандар. Ерҙән саҡ ҡына айырылһалар, шунда уҡ аҫҡа тартылғандар, ҡолап төшөү бик үкенесле бул­ған. Шулай ҙа ҡоштарҙың өлгөһө тынғылыҡ бирмәгән, ны­ҡышмал энтузиастарҙы өҙлөк­һөҙ эҙләнеүҙәргә тотонорға рухландырған. Ваҡыт уҙыу менән ҡанатлы машинала осоу мөмкинлеге ысынбарлыҡҡа әйләнгән. Виталик самолётта күккә күтәреләсәк бәхетле көн ха­ҡында уйланырға тотондо. Бәлки, ул үҙенең йәшерен йондо­ҙон күрер? Йәки айҙың мөгө­ҙөнән тотор?
Ейәненең мауығыуы хаҡында олатаһы ла белде. Малайҙы хуп­лар өсөн ул бала сағында дуҫтары менән кем уҙарҙан ҡағыҙ самолёттар яһауҙарын һөйләне, мауыҡтырғыс эшкә ейәнен дә өйрәтте. Йыш ҡына улар хатта ярышты: кемдең самолёты һәйбәтерәк оса? Виталиктыҡы «һә» тигәнсе өҫкә күтәрелә, бер мәлгә һауала ҡатып ҡала, шунан ҡапыл түбәнгә сума. Олатайҙың самолёты, ейәнде көнләштереп, тәҙрә быялаһына бәрелгәнсе бүлмәлә оҙаҡ һәм матур әйләнә. Әйтерһең, үҙен икһеҙ-сикһеҙ һауа океанына ебәреүҙәрен үтенә. Олатай танауын төшөргән ейәнде тынысландыра, өйрәнһәң, һинең самолёттарың да оҙаҡ осасаҡ, ти.
Яңы йыл байрамдары һәм каникул алдынан ата-әсәһе улдарына көньяҡта ял итәсәктәрен әйтте, хатта самолётҡа һатып алған билеттарын да күр­һәтте. Виталик һөйөнөслө яңылыҡҡа ныҡ ҡыуанды. Уның йылы илдә мотлаҡ булғыһы килде, ҡайҙалығын да белә: ҡоштар ҡышҡылыҡҡа осҡан яҡта. Шулай ҙа малайҙы бөтә­һенән элек самолётҡа билеттар тәьҫирләндерҙе. Атаһы уға билетын ҡарарға бирҙе, ундағы һәр яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатты. Виталик ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡулында етди документты тотто, атаһының һәр һүҙен иғтибар менән тыңланы. Хәҙер ул йәшерен хыялының бойомға ашырына, ниһайәт, ысын раҫлау алды.
«Ҡыҙыҡ, – тип уйланы малай, – беҙҙең самолёт артынан оҙон аҡ эҙ ҡалырмы икән?» Ул әкиәти офоҡ артында юғалған авиалайнерҙы күҙҙәре менән оҙатҡанда уны күктә әллә нисә мәртәбә күрҙе.
Һуңғы ваҡиғаларҙан тәьҫирләнгән Виталик ҡағыҙҙан самолёт яһарға уйланы. Олатаһының өйрәтеүе ныҡ ярҙам итте. Малай был юлы самолётының бик шәп килеп сығырына ышанды. Кәйефе күтәрелеүҙән Виталик түшәмгә һикерерҙәй булды. Хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә бер бит ҡағыҙ ғына кәрәк. Тик уны ҡайҙан алырға? Малай реактив тиҙлектә өҫтәленә ташланды, мәктәп кәрәк-яраҡтары һалынған шкафты ҡараны, биштәрен аҡтарҙы. Әммә нисек кенә эҙләмәһен, кәрәкле ҡағыҙҙы таба алманы, кәйефе ҡырылды. Уның тыйып торғоһоҙ теләге юҡҡа сыҡты. Виталик өмөтһөҙләнеп диванға ауҙы. Үҙ хәленең мәғәнәһеҙлеген аңлап, бүлмәләге әйберҙәрҙе маҡсатһыҙ ҡарағанда ҡарашы ихтыярһыҙҙан китап кәштәһендә туҡталды.
«Эврика!» – тип ер ярырҙай булып ҡысҡырып ебәрҙе Вита­лик. Уның тауышы ваннаға инеп, көтөлмәгән асыш яһаған ғалим Архимедтыҡынан да көслөрәк булғандыр, моғайын. Малай кәштәгә ташланды, ҡулына эләккән тәүге китапты алып, уны уртаһынан асып, бер битен йыртты. Ниһайәт, теләгән ҡағыҙҙы табыуына ҡәнәғәтләнеп, китапты ситкә быраҡтырҙы. Йыртып алынған биттең уң сите тигеҙ түгел ине. Бөйөк идея менән мауыҡҡан Виталик быға әһәмиәт бирмәне. Хәҙер иң мөһиме – самолёт!
Малай ҡағыҙҙы олатаһы өйрәткәнсә бөкләргә кереште. Ләкин уныһы ниңәлер тыңлар­ға теләмәне. Самолёт кәкре-бөкрө, килбәтһеҙ ине. Виталик уны осорорға күпме генә тырышмаһын, барыбер килеп сыҡманы.
...Ташланған китап иҙәндә яңғыҙы ятты. Уның иптәштәре – ҡыҙыҡлы китаптар – күңел­һеҙләнде, кәштәнән ҡыҙғанып ҡараны. Улар ысын йөрәктән уның күңелен күтәрҙе: «Бирешмә, дуҫҡай! Барыһы ла яйға һалынырға тейеш!» Әлегә ҡәҙәр бер кем дә бер ҡасан да хөрмәтле китап менән үҙен тупаҫ тотманы. Аҡыллы һәм мауыҡтырғыс китапты балалар ҡы­ҙыҡһынып уҡыны. Улар һәр ваҡыт китапҡа дуҫтарса ҡараны, унда һөйләнгән бал ҡорто ғаиләһе тарихына һоҡланды. Ә хәҙер Виталик арҡаһында бал ҡорто Броня менән бәхет­һеҙлек килеп тыуҙы.
Бал ҡорто төрлө сәскәләр үҫкән ҙур туғайҙа арымай-талмай эшләй. Торбаға төрөлгән оҙон теле менән сәскәләрҙән нектар йыя. Хәтһеҙ итеп, үҙ ауырлығы хәтлем тиерлек. Хуш еҫле ауыр йөгө менән ул ҡыуана-ҡыуана тыуған умартаһына әйләнеп ҡайта. Ләкин тап ошо мәлдә Виталик китаптың битен йыртып алды, тирә-яҡты күҙгә төрт­һәң күренмәҫлек ҡараңғылыҡ баҫа. Бал ҡорто аҙаша. Ул бер яҡтан икенсе яҡҡа һуғыла, ҡанаттарын хәлһеҙ ҡаға, көслө безелдәй. Әммә сая тырышлығы юҡҡа була. Таң ҡалдыр­ғыс Броняҡайҙың күҙҙәренән әсе йәштәр аға... Берҙәм ҡорттар ғаиләһе өйҙә тырыш эшсе Броняны көтә. Ул ваҡытында ҡайтмағас, ҡәрҙәштәре ныҡ борсола. Улар разведчик бал ҡорттарын ебәрә, әммә тегеләр аптырап ҡайта: яратҡан туғай­ҙары буш. Хәүефле яңылыҡ бө­тә умартаны ҡайғыға һала.
Был ваҡытта Виталик самолётының ниңә оса алмағанын бер нисек тә аңлай алмай ине. Бөтәһен дә ҡағиҙә буйынса яһаны ла баһа? Малай ҡағыҙҙы күп мәртәбә тигеҙләп, самолёт­ты яңыса яһарға ынтылды. Ләкин бер нәмә лә килеп сыҡма­ны. Сираттағы авариялы старттан һуң Виталик ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Малайҙың тауышын ишеткәс, әсәһе бүлмәгә ашыҡты. Улы янына йүгереп килеп, тыңлауһыҙ самолётҡа асыуланып зарланырға тотондо. Тик уны иғтибар менән ҡарағас:
– Улым, һин самолётҡа ҡағыҙ­ҙы ҡайҙан алдың? – тип һораны. – Ул китаптан алынған, бу­ғай.
– Эйе, китаптан, – Виталик бер нәмә лә булмағандай раҫланы, әсәһенән кәңәш һораны: – Бәлки, тағы ла йыртырғалыр? Ике биттән бик һәйбәт самолёт килеп сығыр ине.
Әсәһе ризаһыҙлыҡ белдереп, башын сайҡаны, бөтәрләнгән битте тигеҙләгәс, уҡый башланы: «Арыған бал ҡорто Броня көнө буйы көс еткеһеҙ нектар йыйғас, һеңлеләре менән тәмле бал әҙерләргә һәм айыу балаһы Пузикты тыуған көнөндә һыйларға умартаға алып ҡайтҡан. Айыу балаһы был көндө түҙем­һеҙләнеп көткән...»
– Ишетәһеңме, бында ниҙер геүләй? – тине әсә. Бармаҡтарын ирененә ҡуйып, ул Виталиктың тынысланыуын үтенде. Икеһе лә бал ҡорто Броняның безелдәүен «ишетте». Ул ҡотҡарыуҙарын ялбара ине.
– Улым, ни эшләнең? Һинең арҡала бал ҡорто өйөнә инә ал­май! – тине әсәһе, борсолоп.
Иҙәндә асыҡ ятҡан китапты күргәс, ул барыһын да аңланы. Әсәй китапты ипләп кенә ал­ғас, ҡаушап ҡалған Виталикка бойорҙо:
– Хәҙер үк елем килтер! Китапты ҡотҡарырға кәрәк! Юҡ­һа, Броня үлер.
Малай үҙенең ни эшләгәнен яңы төшөндө. Борсоулы был мәлдә бал ҡортон ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләргә әҙер ине. «Броня өйөнә ҡайтһа ғына ярар ине!» – ул мөғжизәле таяҡтай ҡулында елем һауыты тотоп, ошо һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат әйтте.
Бәләнән ҡотолоу өсөн битте элекке урынына тиҙерәк ҡу­йырға кәрәк. Әсәһе йыртып алын­ған биттең ситтәрен ыҡсымлап тоташтырып, уларҙы йәбештерҙе – һәм мөғжизә, биткә йән инде! Китапта күне­гелгән хәрәкәт яңырҙы. Уның бөтә геройҙары ла ғәҙәттәге эштәренә тотондо. Ҡыуанған Броня ҡанаттарын ҡағып умартаһына осто.
– Аһ! – әсә еңел һуланы. – Ярай әле битте йәбештереп ҡуй­ҙыҡ. Улым, һин күпме күңел­һеҙлек тыуҙырҙың! Китаптан биттәрҙе йыртып алырға яраймы ни? Һәр береһенең үҙ урыны бар. Күрҙеңме, китапҡа нисек ҡыйын булды. Ә Броня, уның ҡәрҙәштәре нисек ҡурҡты! Уйламайынса эшләп, күпме бәхетһеҙлек тыуҙырырға мөмкин икәнен аңланыңмы инде? Ниңә ашыҡтың? Самолётҡа ҡағыҙҙы бергәләп табыр инек.
Виталик ҡыҙарып башын түбән эйҙе. Уйламай ҡылған эше өсөн ныҡ оялды. Әсәһенең тыныс һәм дөрөҫ һүҙҙәре күңеле­нең аҫтын-өҫкә килтерҙе. Үпкәләткән китап алдында бигерәк оят. Виталик унан насар тәртибен ғәфү итеүен, үҙҙәренең иң яҡшы дуҫтар булып ҡалыуын теләне. Сөнки уңайһыҙ хәлдә ҡалһа ла, ғәжәйеп Броня менән танышты бит.
Китап биттәрен һаҡ ҡына аса-аса Виталик:
– Бында мауыҡтырғыс биттәр күпме, персонаждар ҙа ғәҙәти түгел! – тине.
Үҙен хуплаусы әсәһенең күҙ­ҙәренә ҡарап:
– Миңә китапты үҙем менән сәйәхәткә алырға яраймы? – тип һораны. – Күберәк уҡығым килә. Шул тиклем ҡыҙыҡ!
Бер килке уйланғас, өҫтәне:
– Бал ҡорто Броня ла янымда булыр. Уның да бер ваҡытта ла самолётта осҡаны юҡ.
Әсә улын хуплап йылмайҙы...

Елена СТЕЛЬМАХ.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

 

Елена СТЕЛЬМАХ – журналист, Беларусь Яҙыусылар союзының беренсе урынбаҫары. Беларусь дәүләт университетының журналистика факультетын, Беларусь Президенты ҡарамағындағы Идара академияһын тамамлаған. Матбуғат баҫмаларында баш мөхәррир вазифаһын башҡара.
Балалар һәм өлкәндәр өсөн байтаҡ китаптар авторы. Улар араһында киң таралған «Минең Ватаным», «Беларусты шулай күрәм» тигәндәре бар.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас