

Бәрәңге лә төрлө-төрлө:
Ағы, күге, һарыһы.
Теҙелешеп татыу ғына
Танышалар барыһы.
– Мин – томат, – ти, – минән ҡышҡа
Төрлө салат яһайҙар,
Үҙ һутымда, һыу менән дә
Маринадлап һаҡлайҙар.
Минең төҫөм төрлө-төрлө,
Ҡыҙыл, алһыу, һарыһы.
Йөрәк, бармаҡ кеүектәре,
Татлы ғына ҡараһы.
– Ә мин – кишер, мине белә
Хатта бәләкәс бала.
Хужабикә һәр бер ашҡа,
Һис шикһеҙ, мине һала.
– Мин – бәрәңге, мин дә төрлө,
Булам ҡыҙыл, һарыһы.
Быйылғы йыл бигерәк уңды
Негр тигән ҡараһы.
– Мин – һуған. Йәшел, әсе,
Кейемем минең ҡат-ҡат.
– Мин – кәбеҫтә. Мин дә ҡатлы,
Тик тәнем минең ап-аҡ.
Мин һыуыҡҡа бирешмәйем,
Торам әле түтәлдә.
Файҙам бик күп, мине ҡуллан,
Ауырымаҫһың бер ҙә.
– Ҡыҙыл сөгөлдөр булам.
– Ә мин иһә һарымһаҡ.
Беҙ бар саҡта һеҙҙең янда,
Булырһығыҙ һау һәр саҡ.
Шулай итеп, йәшелсәләр
Бөгөн байрам итәләр.
Ә балалар ҡыуанышып
Тәмле салат көтәләр.
Минзәлә ЯМАЛОВА-МОНАСИПОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Учалы районы, Иманғол ауылы.