

Унда уҡыусылар яҡташтарының шиғырҙарын һөйләне, йырҙарын башҡарҙы.
Был тантанала мин дә ҡатнаштым һәм Шәйехзада Бабичҡа бағышланған шиғырымды уҡыным.
Тере һүҙ
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ап-аҡ ҡышта
Аҡ нурҙарға төрөп өй эсен,
Шағир тыуған Әсән ауылында,
Илауында әле бар көсө.
Иркә үҫкән малай, мул тормошта –
Эш бирмәгән ата улына.
Ошо хәлде кәмселеккә һанап,
Китап алған Бабич ҡулына.
Көрәк-һәнәк тоттормауҙың үсен
Ул китаптан алған, аң тотҡан.
Һәм ун биштә үҙ маҡсатын эҙләп,
Ҡаҙаҡ далаһына юл тотҡан.
Бында егет беләк көсөн түгел,
Эшкә еккән белем, аң көсөн.
Ҡәләм алып йырҙар ижад иткән
Халҡы өсөн, Тыуған ил өсөн.
«Иламайым мин көндәрем
Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн.
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн».
Тик йырҙарын уның зәһәр елдәр
Тартып алды беҙҙең телдәрҙән.
Тыуған ил тип йырҙар яҙған шағир
Дошман булды Тыуған илдәргә...
Яуыз көстәр иң мөҡәддәс булған
Теләгенә уның үрелде:
Азатлыҡ һәм хаҡлыҡ эҙләне ул
Һәм шул юлда ғүмере өҙөлдө.
Ауҙы шағир Тыуған иле өсөн,
Халҡы өсөн шәме һүрелде.
Тик хаҡ һүҙҙе бер ни еңә алмай,
Шағир һүҙе ҡабат терелде.
Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА,
шағирә.