

Ул "Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн..." тасуири һөйләүселәр конкурсында шағирҙың "Һаумы, тиҙәр, гөлдәр" тигән шиғыры менән I урынға лайыҡ булды. Алһыу балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк конкурстарҙа ҡатнаша бшлаған икән. Шиғырҙар һөйләргә ярата. Яңыраҡ Стәрлетамаҡта үткән "Алтын бишек" шиғыр һөйләүселәр конкурсында ла I урын алған. Үҙҙәрендәге Наталья Хәйруллина етәкселегендәге "Еҙ үксә" бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, халыҡ бейеүҙәрен дә өйрәнә, конкурстарҙа ҡатнаша.
- "Мостай уҡыуҙары"нда I урын алыуыма шатмын, - ти "бишле"гә генә уҡыған ҡыҙ, - Синыфыбыҙ VI синыфтан Шайморатов исемен йөрөтә, беҙгә бик оҡшай, бик дуҫбыҙ".
Алһыуҙы мәртәбәле конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Автор фотоһы.