+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
3 Ноябрь 2023, 05:00

Оҫтаҡай (әкиәт)

Борон-борон заманда йәмле бер аҡлан урта­һында йәшәгән, ти, Оҫтаҡай исемле терпе. Ул көнө-төнө оҫтаханаһында эшләгән – яҡын-тирәләге хайуандарға тун, бүрек теккән.

Оҫтаҡай (әкиәт)Оҫтаҡай (әкиәт)
Оҫтаҡай (әкиәт)

Барыһы ла әҙәпле, сабыр холоҡло терпегә рәхмәтле булған. Хатта Айыухан ағай ҙа ялтырап торған йомшаҡ оҙон ҡойроғон унан ҡышҡылыҡҡа матурлатып алған.
Хәйләкәр Төлкөбикәнең быға асыуы килгән, Оҫтаҡайға көнләшеп ҡараған. Ул терпенең оҫтахананан сығып киткәнен көтөп торған да барлыҡ затлы тундарҙы, ҡойроҡ-бүректәрҙе урлап алып ҡасҡан.
Алсаҡ, етеҙ Оҫтаҡай шул көндән алып үҙенә йомола, төшөнкөлөккә бирелә. Ә Айыухан нишләһен инде? Ҡайғыра, үкерә, ләкин барыһына ла күнә. «Оҫтаҡай, ярай, бирешмә, һин ғәйепле түгел бит. Ә миңә ...ә мин ...миңә ошо ҡойроҡ та етә ул», – тип тегене йыуата.
Был хәлдән һуң терпе затлы тундарҙы оҫтаханаһында алып ҡалмай, ә үҙе хайуандарға барып ҡына йүнәтеп, тегеп китә, ти. Бына шуның өсөн дә энәләрен һәр саҡ үҙе менән алып йөрөй икән.

 

Ләйсән ИМАНҒОЛОВА,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас