+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
10 Ноябрь 2023, 15:00

Тел байлығы

Хикәйә

– Һин дә дәрестән һуң ҡалдыңмы әллә? – тип ҡаршыланы Рәфилде әсәһе.– Нуу, теге ней, нимә әле, ммм, – тип танау аҫтынан мығырланы малай.

«Уф, ошо атай-әсәйҙәр чаты! Мәктәптән ҡайтып етеп өлгөрмәйһең, өйҙәгеләр һинең нимә эшләгәнде, ниндәй билдә алғанды белеп тә ултыра», тигән уй йүгереп үтте Рәфилдең башынан.
– Уҡымай барҙыңмы әллә?
Үҙ уйҙарына сумып киткән малай әсәһенең һорауынан һиҫкәнеп ките:
– Уҡыным мин...
– Улайһа, нишләп дәрестән һуң ҡалдыралар?
– Мм, ней, теге, нимә әле, таҡтаға сыҡҡас, һөйләй алманым...
– Уҡымағанһың инде, һөйләй алмағас! Уҡып барһаң, һөйләр инең! – Әсәһенең тауышы уҫаллана төштө. – Икенсе ваҡыт минең алдымда ултырып уҡыйһың, аҙаҡ һөйләп күрһәтәһең, ишеттеңме?
– Ишеттем инде, ишеттем.
Сумкаһын һөйрәп бүлмәһенә инеп китеп барған ерҙән кире боролоп, әсәһенә:
– Нимәгә кәрәк инде шул таҡта алдына сығып һөйләү? Нимә әле, ммм, теге ней, уҡығанмы – уҡыған, шул етмәйме! – тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Рәфил.
– Теге ней, нимә әле, нуу, ммм... – тип Рәфилде эләкләне әсәһе. – Кәрәк шул, улым, кәрәк! Бына һинең телеңде аңлап та булмай. Ни урыҫса, ни баш­ҡортса түгел. «Нимә әле», «теге ней», тип торор урынға асыҡ итеп аңлатыр инең эсеңдәген. Иптәштәрең менән һөйләшкәндә лә, ыҡ-мыҡ итеп, бер-ике һүҙ менән генә түгел, матур, тулы һөйләмдәр менән аралашыр инең. Күмәк кеше алдында ла ҡаушамай ғына сығыш яһай белергә кәрәк. Юҡҡамы ни һиңә, күберәк китап уҡы, тип тылҡыйым! Телмәрең бай, һутлы булһын, тим бит мин. Бына, мәҫәлән, «яратам» тигән һүҙҙе икенсе төрлө нисек аңлатыр инең?
– Ммм, теге ней, әй, нисек әле, оҡшатам?
– Эйе, оҡшатам, һөйәм, күңелемә хуш килде, тип еткерер инең. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ни өсөн уҡырға һәм һөйләргә кәрәклеген аңланыңмы инде?
– Аңланым, әсәй! Мин хәҙер тиҙ генә ҡулымды йыуып, ашап алам да шунда уҡ әҙәби уҡыу китабын уҡырға ултырам! Икенсе дәрескә лә һөйләргә, тигәйне уҡытыусы, – тип бүлмәһенә йәһәт кенә инеп китте Рәфил.
– Аңлағас, яҡшы, улым! Һин уҡырһың, мин тыңлармын, аҙаҡ бергәләп һөйләп ҡарарбыҙ. Китаптар, айырыуса туған башҡорт телендә әҫәрҙәр уҡырға кәрәклеген күңелеңә һала алдым, тип ышан­ғым килә.


Гүзәл МЫРҘАЕВА, дүрт бала әсәһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: