

Уралтау итәгендә яңы ғына шытып сыҡҡан йәш үҫенте донъяны күреп хайран ҡалды.
– Э-эй, ниндәй матурлыҡ! Йәшел буяулы төҫтәре лә әллә нисә төрлө икән. Эх, яңы ғына тыуғас, бәләкәймен шу-у-ул. Тиҙерәк үҫәһе ине, ағастарҙың барыһын да күрергә. Ней бынауы аҡ олонло ағас ҡаплап ултырған, – тип көйһөҙләнде. Ҡапыл ҡайҙандыр көслө ел сығып, уны нескә биленән тотоп, уңлы-һуллы сайҡарға тотондо.
– Ай-а-ай, билкәйемде, билкәйемде-е-е ауырттыраһың би-и-ит! – тип илай башланы йәш үҫенте.
Шул саҡ янында ғына ултырған әлеге аҡ олонло ағас, йәм-йәшел биҙәкле итәктәрен йәйеп, елдең юлын ҡаманы.
– Һаумыһығыҙ, рәхмәт! Ни эшләр инем һеҙ булмаһағыҙ...
– Беҙҙең урман халҡы татыу йәшәй. Бер-беребеҙҙе ҡурсалап, Уралтауҙы байытабыҙ ҙа.
Йәш үҫенте был хәбәрҙе ишетеп: «Тимәк, минең яҡлаусым бар», – тип иркен тын алып, буйға үрелеп киткәндәй булды.
– Кем булаһығыҙ, йәм-йәшел генәһегеҙ? – тине уға тура ҡарарға баҙнат итмәй. Сөнки әле генә үҙенең зифа буйлы ағас тураһында насар уйҙа булыуынан уңайһыҙлана ине.
– Ҡайын апайың буламын. Йәм-йәшелдән кейенәбеҙ шул, – тине ул йылмайып, күлдәгенең йәшел тәңкәләрен сылтыратып. Ул үҙе тураһында ла һөйләне. Ҡайын һуты файҙалы, бөрөһөн медицинала киң ҡулланалар икәнен белдерҙе.
Йәш үҫенте арыраҡ ултырған һомғол кәүҙәле ағасҡа күҙ һалды. Ҡуйы йәшел төҫтәге ылыҫлы япраҡтарын ҡупшылап ҡабартҡан. Ҡайһылай бейек, башы күктәргә олғашҡан, тип хайран ҡалып, үрелеп-үрелеп ҡараны.
– Көнгә күренеүең менән ҡотлайым! – тине көр тауышлы мөһабәт ағас кескәй үҫентегә.
– Рәхмәт! Һеҙҙе кем тип атарға?
– Мине урманда ололап, Ҡарағай, тиҙәр.
– Ә-ә... Нисек шундай бейе-е-ек булып үҫтегеҙ?
– Минең затым бер нисә йөҙ йыл йәшәй. Шуға ла 30 – 40 метрға тиклем бейеклеккә етәбеҙ. Ана-а-а, тауҙың үрендә, сатырҙарын йәйгән ағасты күрәһеңме?
– Һеҙгә лә оҡшаған. Тик ылыҫы асыҡ йәшел төҫтә булыуы менән айырыла.
– Ул – минең яҡын туғаным, Ҡарағас тип йөрөтәләр үҙен. Йәшәмешле ныҡ ағас. Хатта ҡайһылары 800 йылға тиклем тора. Һыуҙа оҙаҡ серемәгән ағасты кешеләр төҙөлөштә киң ҡуллана. Ҡарағас сайырының дарыу икәнлеген борон-борондан белгәндәр.
– Мин Йүкә апайың булам, – тине уң яҡта ултырған аҡһыл һары сәскәле ағас. Бәләкәй генә үҫентенең тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныуы уға оҡшап ҡалғайны.
– Сәскәләрегеҙ хуш еҫле генә, Йүкә апай.
– Бал ҡорттары минең сәскәләремдән татлы һут йыя. Кешеләр белә лә инде йүкә балының ифрат шифалы икәнен.
– Мине лә белеп ҡуй, Имән ағайың буламын. Ҡояш яҡтыһын бик яратамын, – тине ҡауырһынлы айырсалы йәшел япраҡлы ағас. Имәндең ваҡ ҡына сәскәле алҡалары урманға йәм өҫтәй. – Көҙ етеүгә сәтләүегем дә өлгөрә. Тейен, терпе, төлкө яратып ашай. Оҫта ҡуллылар минән төрлө сувенирҙар яһай.
– Ғәжәп ағастар үҫә икән был Уралтауҙа, – тине йәш үҫенте, башын сайҡап.
– Ә һин үҙеңдең ниндәй үҫемлек икәнлегеңде беләһеңме? – тип һораны Ҡарағай ағай.
– Юҡсы...
– Кемлегеңде белер өсөн туғандарыңды таныу кәрәк. Тирәктәр төркөмөнөң талдар ғаиләһенә ҡарайһың. Уралтауҙы төйәк иткән Уҫаҡ ағасы тип аталаһың. Уның ҡайырыһы – көслө антисептик. Япраҡтары сәс үҫтереү өсөн килешә. Ишетәһеңме ҡоштар һайрауын?
– Э-эй, ниндәй илаһи моңда-ар! Мин дә бар ботаҡтарымды йәйеп үҫеп китһәм, ҡоштар ҡунып һайраясаҡтар, эйеме-е-е?
– Эйе. Беҙ, ағастар, бергәләп урман барлыҡҡа килтерәбеҙ, уйҙарыбыҙ ҙа бер.
– Улайһа миңә ниндәй уйҙа йәшәргә кәрәк, Ҡарағай аға-ай?
– Берҙәм булырға, тереклеккә изгелек эшләргә. Тамырыбыҙ менән тыуып үҫкән тупрағыбыҙға ерегергә. Шуға һәр яҙ һайын тәбиғәткә ҡот ҡойор өсөн йәшәрәбеҙ.
– Рәхмәт! Бына ниндәй ҙур файҙа килтерә икән ағастар!
– Ағастарҙы ерҙең үпкәһе тип әйтәләр. Сөнки йәшел япраҡтарыбыҙ менән һауаны ла таҙартабыҙ.
– Мин орлоҡтарымды түгеп, үҙемдең тирәктәр төркөмө талдар ғаиләһен ишәйтәсәкмен, – тип бөгөн көслө елдән ҡурсалаған Ҡайынға һыйынды йәшел үҫенте. Урман уның хәбәрен хуплап, шаулап ҡуйҙы. Йәм-йәшел тәңкәле зифа буйлы аҡ Ҡайын эйелеп башынан һөйөп тә алғас, Уҫаҡтың ҡыуанысының сиге булманы. Аҡһыл йәшел япраҡтарын елгә елберләтеп, өйрөлөп бейеп тә алды. Йылы ел иҫеп үтте. Һәм Урал тауы буйлап йәш кенә ағастың ыуыҙ япраҡтарының тәмле еҫе таралды.
Нәсимә ҒАЙСИНА.
Әбйәлил районы.