+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
5 Декабрь 2023, 05:24

Был гармунсы кем ул, тиһегеҙме?

 Үҙе оҫта уйнай, үҙе дәртле, әртис инде бынау гармунсы малай! Кем икән, тиһегеҙме? 

Был гармунсы кем ул, тиһегеҙме?Был гармунсы кем ул, тиһегеҙме?
Был гармунсы кем ул, тиһегеҙме?

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Шамил Вәлиев ул. 5-се мәктәптә уҡый. Былтыр 9 йәшендә Яңауылда Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә үткән "Моңға бай гармун байрамы" республика конкурсында Гран-при яулағайны. Быйыл февралдә "VINART" халыҡ-ара конкурсында "Инструменталь музыка. Халыҡ музыка ҡоралдары" номинацияһында I урынға лайыҡ булды. 

Шамил "Иркен" өлгөлө гармунсылар ансамблендә шөғөлләнә. Етәксеһе - Радик Иркен улы Ғәлимйәнов.

Был видео "Башҡортостан" дәүләт концерт залында талантлы йырсы Эдуард Хөснөтдинов тарафынан төшөрөлгән. Маладис, Шамил!

Фотола: Радик Ғәлимйәнов, Шамил Вәлиев, Айҙар Ғәлимов, Хәлит Фәтихов (https://vk.com/shamil).

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас