+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
10 Декабрь 2023, 12:50

Аждаһа йылына

"Барлыҡ афәт көл булһын, шул Аждаһа ыжлаһа", - тип яҙған шағир Ринат Сөләймәнов киләһе йыл хужаһы тураһындағы шиғырында. Тулыһынса сайтта уҡығыҙ, дуҫтар.  

Аждаһа йылынаАждаһа йылына
Аждаһа йылына

Аждаһа йылына

Аждаһа, эй, Аждаһа,
Кейеп алған таж даһа.
Барлыҡ афәт көл булһын,
Шул Аждаһа ыжлаһа.

Аждаһанан зар-хәсрәт
Дерелдәп өркөп торһон.
Яманлыҡты ут менән
Ыҫылдап өтөп торһон.

Тыуыр йылдың хужаһы
Бер генә башлы булһын.
Ут бөркһә, һәр бер йортҡа
Бәхет ялҡыны ҡунһын.

Ғәййәр ҡанаты менән
Ғәрәсәтте ҡаплаһын.
Сабырлыҡ менән көткән
Өмөттәрҙе аҡлаһын.

Эй, Аждаһа, Аждаһа,
Башында таж да баһа.
Яңы йылда бәрәкәт
Өмөт иткән мал даһа.

Аждаһаның үҙенә
Йомортҡалай Ер шары.
Өс йөҙ алтмыш биш көнө
Уҙмаһын ҡул ҡаушарып.

Фото: jour-ykt.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас