

Йәшел ут
Ҡыр өйрәге бәпкәләре
Бер көндө аҙаштылар.
Яңылыш сығып оло юлға
Аптырашта ҡалдылар.
Уҙып барған машиналар
Үткәрергә уйлайҙар.
Яна светофор уттары,
Бәпкәләр аңламайҙар.
Береһе әйтә: «Беҙҙең күл, – ти, –
Юлдың теге яғында.
Йүгерегеҙ минең арттан,
Ҡурҡмағыҙ мин барында.
Светофорға күҙ һалығыҙ,
Иғтибарлы булығыҙ.
Йәшел күҙен асҡан саҡта
Сығырға тырышығыҙ!
Ынтылмағыҙ ҡыҙыл утҡа,
Һарыһында – сабырлыҡ.
Йәшел ут булыр юлдашың
Ҡыйыу атлап барырлыҡ!»
Һорауҙар
ҡайҙа йәшәй?
«Кем? Ҡайҙа? Нимә?» – тигән
Һорауҙар ҡайҙа йәшәй?
Рәхимйән уйҙарға сума
Яуаптар эҙләй-эҙләй.
– Кемдәр йыһанға хужа? – ти, –
Кемдәр яуҙыра ҡарҙы?
Ҡапыл ямғырҙар яуҙыра,
Кем буранды туҙҙырҙы?
Ғәжәп бит, хайран ҡалаһың,
Мөғжизә тыуа көн дә.
Һутланып бешә емештәр,
Үлән йоҡламай төндә?
Был донъяның һәр тылсымы
Ниҙә икән, белмәҫһең?
Роботтар асыштар яһай,
Эйәһен дә күрмәҫһең.
Ғилембикә – зирәк өләсәй,
Эҙләшә бергә яуап.
Күҙгә күренмәҫ теге «кем»,
Тора, ти, беҙгә ҡарап!
Рәхимйәндә оло теләк,
Тиҙерәк күреү кәрәк.
Күктән ҡарап йәнәш булғас,
Ахыры, үҙе бик зирәк?!
Ҡуш мөгөҙөңдө
сығар!
Эшләпәле томбойоҡтар,
Япраҡтарын киң йәйеп,
Ултырталар устарына
Һәр бөжәкте кинәнеп.
Күбәләктәр ҙә ҡунаҡлай,
Күлдәгенә маҡтанып.
Ҡусҡарбикә ара-тирә
Баш ҡалҡыта маһайып.
Уңған ҡыҙсыҡ Зәлиәнең
Көтә һыуға килгәнен.
Усына алып иркә генә
Ихлас сәләм биргәнен.
«Ҡусҡар, ҡусҡар, иренмәйсә
Ҡуш мөгөҙөңдө сығар!
Ал елләтеп таш өйөңдө,
Саф һауа өйгә тулыр».
Борғаланып-һырпаланып,
Кәүҙәһен уйнаҡлатып,
Йылы тауышҡа ирене,
Муйынын һуҙып-һуҙып.
Йылы һүҙгә ни етә һуң?
Зәлиә быны аңлай.
Тыңлайыҡ әле бергәләп,
Ҡусҡар ҙа өнһөҙ тыңлай.
«Тор-тор»ҙан хәбәр килгән!
Кис ятҡанда өләсәһе
Әкиәт менән һыйлай.
Иртән бигерәк йоҡо тәмле,
Һис тә уянып булмай.
«Тор-тор»ҙан хәбәр килгән, ти,
Ул Даянды уята.
Иртә торған малайҙарға,
Имеш, «бишле» тарата.
Тиҙ генә, әйҙә, йыуынып,
Тамағыңа ашап ал.
Буш ваҡытың әрәм итмә,
Дәресеңде ҡарай һал.
«Тор-тор» бит ул күренмәгән
Зирәк бабай булыр ул.
Уңған, тырыш балаларға
Асып ҡуя яҡты юл!
Суртан Йәләй
Йәйен, көҙөн беҙҙең Йәләй
Күл буйына эйәләй.
Ике бөртөк балыҡ тотһа,
Һикерә күл тирәләй.
Нисә төрлө ҡармаҡ алды,
Ҡыуалын алмаштырҙы.
Тоторға тип елле суртан
Китаптар уҡыштырҙы.
Өйрәнеп күлдең серҙәрен,
Ел-ямғырһыҙ саҡтарын.
Өмөт, нәфсе сиртеп тора
Балыҡсы кәйефтәрен.
Мәктәбендә эштәре хөрт–
Эләгеп тора ҡармаҡ.
Дуҫ-иштәре элеп алып,
Сығарып тора һамаҡ:
«Түңәрәк күл бигерәк тәрән,
Буйын кемдәр үлсәгән?
«Икеле»ләр ҡармағына
Суртан Йәләй эләккән».
Бисмиллаһын әйтмәгән
Әй, ҡарайым бесәйемә,
Бигерәк яратам үҙен.
Үҙе мине аңлап тора,
Тик әйтә алмай һүҙен.
Бер көн шулай бесәйемә
Төшлөккә ризыҡ бирҙем.
Һиңә лә мул ит ҡалдырҙым,
Аша, бесәйем, тинем.
Ҡыуанып алды ризыҡты,
Әммә шундуҡ төйөлдө,
Беренсе ярҙам күрһәттем –
Үҙем табип бит инде.
Әсәйемә лә һөйләнем
Мыяубикә ҡылығын.
Мин дә алдан белмәнем шул
Былай килеп сығырын.
Их, бесәйем, һиңә әйтәм,
Бигерәк йүнһеҙ икәнһең.
Бисмиллаңды әйтмәйенсә
Ризыҡҡа үрелгәнһең.