+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам
16 Декабрь 2023, 18:43

Айтуған Вәлмөхәмәтов Гран-при алған

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Айтуған Вәлмөхәмәтов "Башҡорт йыры" телевизион конкурсының 2023 йылғы еңеүсеһе булған.

Айтуған Вәлмөхәмәтов Гран-при алғанАйтуған Вәлмөхәмәтов Гран-при алған
Айтуған Вәлмөхәмәтов Гран-при алған

«Башҡорт йыры - 2023" конкурсының йомғаҡлау концертында Айтуған Вәлмөхәмәтвҡа Гран-при бирелде.

100-гә яҡын йырсы араһынан эстрада, ретро, халыҡ йырҙарын иң оҫта башҡарған йырсыға һынлы статуэтка (Башҡортостандың ҡиммәтле таштарынан эшләнгән эксклюзив бүләк) һәм 100000 һум аҡсаға сертификат тапшырылды.

Айтуған Вәлмөхәмәтов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендә үткән күп конкурстарҙа ҡатнаша. Атаһы - Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов кеүек йырсы һөнәрен һайлаған. Айтуған Вәлмөхәмәтовты оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләп ҡалабыҙ", - тип хәбәр итәләр "КУРАЙ-ТВ" төркөмөндә. 

Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас