

Бар тирә-яҡ йәмләнде:
Ап-аҡ булды ер өҫтө,
Мамыҡ ҡарға күмелде.
Ҡайһылай сихри урман,
Тышта ниндәй саф һауа!
Йылғаны боҙ ҡаплаған –
Конькиҙа йөрөп була.
Саналарҙы алайыҡ,
Тау шыуырға барайыҡ.
Йүгереп-һик(е)реп уйнайыҡ,
Ҡар бабай ҙа яһайыҡ.
Вәғиҙә ҠУЖАГИЛДИНА.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.