+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
27 Декабрь 2023, 05:01

Яңы йылда көтәм мөғжизә

Ап- аҡ ҡарҙар яуып һалып ҡуйҙы,

Яңы йылда көтәм мөғжизәЯңы йылда көтәм мөғжизә
Яңы йылда көтәм мөғжизә

Яңы йылды көтә балалар.
Ялтыр боҙҙа ҡорос аттар шыжлай,
Саңғылар ҙа юлдар һалалар.

Һәр кем көтә һағ(ы)нып Ҡыш бабайҙы,
Алып килһен, тиеп, мөғжизә,
Өләшһен ул балаларға бүләк,
Һаулыҡ, бәхет булһын һәр өйҙә.

Ҡыш бабайҙан көтөп ҡалам мин дә
Иң ҙур бүләк – ергә тыныслыҡ,
Ҡайтһын өйгә – әсәйҙәргә улдар,
Атайҙарҙы сиктән алып сыҡ.

Яңы йылда сәғәт уғы менән
Бар ғәм көтә: килер мөғжизә!
Ә хәҙергә байрамға әҙерлән:
Эл шарҙарың, шыршыңды биҙә!

 

Минзәлә ЯМАЛОВА-МОНАСИПОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Учалы районы, Иманғол ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас