+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
30 Декабрь 2023, 07:00

Аждаһа йылы

Төн уртаһы көн шикелле булып китте,

Аждаһа йылыАждаһа йылы
Аждаһа йылы

Ай тигәнем – күҙ сағылтыр таж даһа:
Күктән гәлсәр тәңкәләрен һибә-һибә,
Килеп еткән алтын тажлы Аждаһа.
Аждаһа, тип, шөлөмтөрәп төшмәйексе,
Алда әле килер көндәр бар ҙаһа:
Ҡәҙерҙәрен белгәндәргә әкиәти таң,
Сихри кистәр алып килгән Аждаһа.
Таң менән төн – керпек асып йомған ара,
Бер-беренә әҙәм баҙҙар ҡаҙмаһа;
Кем өсөндөр ҡот осорғос Ҡәһҡәһәлер,
Кемдер өсөн изге йәндер Аждаһа.
Был донъяла ҡыл тибрәтер әмәл тапмай,
Үҙ тиреңә үҙең һыймай ажлаһаң,
Көндәреңде берәм-берәм йота-йота,
Утҡа һалып үтеп китер Аждаһа.
Көндәр, айҙар тыуып торһа – кинәнесем,
Иң ауыры – көткән таңдар яҙмаһа.
Әйләнеп тә йылдар елә, килә торһон,
Булғанда ла көтөлмәгән Аждаһа.

Сафуан ӘЛИБАЕВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас