

Көтөп алған көндәр ул,
Иреклебеҙ уҡыуҙан,
Өйгә эш, тип туҡыуҙан!
Ҡышҡы каникул етә –
Күңелдәрҙе иретә.
Ошо танһыҡ, матур мәл –
Балаларҙың яҡшы хәл!
Сана шыуырбыҙ тауҙан,
Тюбингын да ҡуймабыҙ!
Тимераяҡтар әҙер,
Һыуыҡ көтә быймабыҙ!
Саф һауала күберәк
Булыу үҙе – мең дауа.
Каникулды тәбрикләп,
Ана, йондоҙҙар яуа.
Тиҙҙән – ҡышҡы каникул –
Иң яратҡан мәлебеҙ.
Уны би-ик ныҡ һағынып,
Зар-интизар әле беҙ.