+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
16 Ғинуар 2024, 14:00

Том һәм уның ҡылғандары (хикәйә)

Әлисә бүлмәгә килеп ингәндә Том, ирендәрен ялап, ҙур эш эшләгәндәй, ҡәнәғәт төҫ менән бүрек эргәһендә ултыра ине. Ҡыҙ башлыҡ эсенә күҙ һалды – буш...

Том һәм уның ҡылғандары (хикәйә)Том һәм уның ҡылғандары (хикәйә)
Том һәм уның ҡылғандары (хикәйә)

Кем ул Том? Аптыранығыҙмы? Хәйер, бик аптырамағанһығыҙҙыр ҙа әле. Сөнки һеҙ көн дә йәнһүрәт ҡарайһығыҙ бит. “Том менән Джерри” тигәнен дә күргәнһегеҙҙер, моғайын. Ана шул бесәйҙәрҙең береһенең исемен йөрөтә Әлисәнең мыраубайы.   

Әлисә – минең ейәнсәрем. Ҙур ҡыҙ инде ул – быйыл уҡырға төштө. Улар ата-әсәһе, ҡустыһы менән Питерҙа йәшәй. Самолеттар осоп торһа ла, Өфөгә бик йыш ҡайта алмайҙар. Эштәре күп: атаһы менән әсәһенеке лә, Әлисәнеке лә. Ҡустыһы Вәлетдин дә бушамай – ул көн дә балалар баҡсаһы юлын тапай. Әлисәгә мәктәпкә барырға кәрәк, дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Шуға күрә беҙ – уларҙы, улар беҙҙе һағынышып бөтәбеҙ.

Әлисәнең беҙҙең менән йәшәгән бесәйҙе – Томды ла бик күргеһе килә. Бәләкәй сағынан уҡ яратты ул уны. Исемде лә уға үҙе ҡушты. Һөймәләкле, наҙлы, бик иркә бер йәшлек мыраубай инде ул. Үҙен гелән яраттырып ҡына тора. Әлисә менән айырыуса дуҫтар – икеһе бергә уйнап туймайҙар...

Ана шул татыулыҡ өс көн элек таралды ла төштө. Әлисә менән Том дүртенсе көн инде һөйләшмәйҙәр. Уйнамайҙар ҙа, шаярмайҙар ҙа. Әлисә Томға асыуланды. Ныҡ итеп үпкәләне. Том дуҫлашырға ынтылып ҡарай: тотам да ҡалмай ҡыҙ артынан һәлпәнләгән була, берәй ергә барып утырһа, йәнә уға һырыла. Әммә Әлисә бынан ғына иреп китмәй. Янына йылышҡан бесәйҙе ситкә этә, аяҡ аҫтында сыбаланғанында тибеп осорғоһо килә хатта. Ләкин Әлисә ундай яһил, тупаҫ ҡыҙыҡай түгел. Уның бер тере йәнде лә – бәләкәс кенә бөжәгенә тиклем, бер ваҡытта ла йәберләгәне юҡ: барыһы менән дә ҡыҙыҡһына, әммә уларға зыян итмәй. Ә яратҡан бесәйе Томды нишләп күрә алмай әле Әлисә?

Эш былай булды. Әлисә менән Вәлетдиндең себеш күргәндәре бар. Ә уларҙың нисек яралғанын белмәйҙәр әле. Шуға бер кинәнес өҫтөнә икенсеһе өҫтәлһен тип, себештәрҙең нисек йомортҡанан килеп сыҡҡанын күрһәтергә булдыҡ уларға. Бының өсөн Әлисәнең әсәһе беҙгә инкубатор – себеш сығара торған йәшник алып бирҙе. Йомортҡаларҙы шуның эсенә һалаһың да электрға тоташтыраһың. Йомортҡалар бында йылынып яталар-яталар ҙа бер ай үтеүгә себештәр сыға башлай. Өләсәләре Әлисәләрҙең ҡайтыуына тура килтереп, теүәл бер ай элек себеш сығарғыс ҡумтаға йомортҡалар һалды.

Питерҙар ҡайтып төшкәндең өсөнсөмө-дүртенсеме көнөнә йәшниктән себеш сипылдаған тауыш ишетелде. Башланды. Әлисә менән Вәлетдиндең шатлыҡтары эстәренә һыймай, өләсәләре менә бергә йәшниккә төбәлделәр. Том да килеп еткәйне, уны өләсәләре бүлмәнән ҡыуып сығарып, ишекте ябып ҡуйҙы. “Донъя хәлен белеп булмай. Һаҡланғанды Алла ла һаҡлармын тигән,”– тип һөйләнде үҙ алдына.

Ҡыҙыҡ икән себештәрҙең яҡты донъяға тыуыуҙары. Башта йомортҡаның ҡабығы саҡ ҡына сатнай. Унан бәләкәй генә тишек барлыҡҡа килә. Себештең морон төртөүе шул була икән. Артабан суҡыш, баш күренә һәм себеш бар көсөнә алға ынтылып, сытырҙатып йомортҡа ҡабығын вата ла яҡты донъяға пәйҙә була. Ул әлегә бөтөнләй хәлһеҙ. Сөнки йомортҡанан сығырға бөтә көсөн һалған,ныҡ арыған. Шуға күрә себештәр башта аяҡ-ҡанаттарын йыя, баштарын бик тота алмай.. Улар хатта себешкә лә оҡшамаған була – торғаны менән төҫһөҙ, лысма еүеш көлһыуыраҡ төҫтәге йомғаҡты хәтерләтәләр. Ләкин инкубатор йылыһында бер аҙ йылынып ятҡас, улар күҙ алдында үҙгәрә. Һап-һары, йомшаҡ ҡына йөнлө ысын себешкә әйләнә. Шундай матур! Ҡанаттарында ағарып торған ваҡ ҡына бер нисә ҡаурый ҙа төҫмөрләнә, килешле генә суҡышы “мәм-мәм” тип елп-елп асылып-ябылып тора, мәрйен төҫлө йылтыр күҙҙәре лә селт-селт итә.

Әлисә менән Вәлетдин себештәр сыҡҡанын сәғәттәр буйына күҙәтте. Тотоп та ҡаранылар үҙҙәрен. Йәнле матур уйынсыҡ кеүектәр. Осло суҡыштары менән ҡулды ла суҡып маташалар, ҡыҫыбыраҡ тотһаң, леп-леп иткән йөрәк тибештәре лә һиҙелә. Себештәр бер-бер артлы сыға торҙо, Әлисә менән өләсәһе уларҙы икенсе бүлмәлә электр лампаһы менән йылытылған йәшниккә урынлаштыра барҙы. Бөтәһе ун себеш булды. Тағы икәү ҡалды. Береһе моронлаған да инде, ә икенсеһе һаман ыжламай ҙа ята бирә. Йоҡосораҡ булды, ахыры?..

– Сыҡты, өләсәй, сыҡты! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Әлисә, ун беренсе йомортҡаны ярып сыҡҡан себеште күреп. Яҡты донъяға пәйҙә булһа ла, бик хәлһеҙ әле ул. Йылыла оҙаҡ ҡына ятһа ла, һаман башын да, аяҡ-ҡанаттарын да бик йыя алмай. Нығыраҡ йылынһын тип, өләсәһе менән Әлисә уны олаталарының иҫке бүрегенә һалып, өҫтәл лампаһы аҫтына ҡуйҙылар ҙа, үҙҙәре төшкө ашты ашарға беренсе ҡаттағы бүлмәгә төшөп киттеләр. Ә инкубатор торған бүлмәнең ишеген ябырға оноттолар... Томға шул ғына кәрәк тә. Уның да себештәр сыҡҡанын күргеһе килә, әллә ҡасандан бирле инкубатор ултырған бүлмәнең ишеген ҡарауыллай, ә уны индермәйҙәр. Үҙҙәре генә нимәгәлер ҡыуанышалар, Томға күрһәтмәйҙәр.Ә унда сысҡан сыйылдағын тауыштар ҙа сыҡҡан кеүек.(Себештәрҙең сипелдәүе уға шулай тойолғандыр,күрәһең.)

Том, бүлмәгә ингәс тә, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, ҡайҙан тауыш килгәнлеген тыңланы. Әһә, өҫтәлдәге бүрек эсенән килә тауыш. Унда һикереп менде. Бүрек эсендә нимәлер ҡыбырлағанын күреп, “һоп” итеп эләктереп тә алды...

Әлисә бүлмәгә килеп ингәндә Том, ирендәрен ялап, ҙур эш эшләгәндәй, ҡәнәғәт төҫ менән бүрек эргәһендә ултыра ине. Ҡыҙ башлыҡ эсенә күҙ һалды – буш. Әлисә нимә эшләргә лә белмәне, күҙҙәренән сөбөрләп йәш аҡты. Үкһей-үкһей өләсәһе янына йүгерҙе. Том да, ниндәйҙер ҡурҡыныс янағанын һиҙгәндәй, тиҙ генә бүлмәнән сығып тайҙы.

Бүлмә асыҡ ҡалғас, Том унда ултырғас, өләсәләре эштең ниҙә икәнен шунда уҡ аңланы. Бөтә ғәйеп Томда икәнлеген балаларға ла аңғартты... “Нимә эшләйһең, бесәйҙәр ҡырағай януар-кейек затынан бит, шуға сысҡанға, ваҡ ҡоштарға һунар итеү уларҙың ҡанында инде”, – тип тә өҫтәне.

Томға, әлбиттә, ҡул күтәрмәнеләр. Әммә бер кемдең дә уйнамауы, иң яҡын дуҫы Әлисәнең яратмауы, иркәләмәүе туҡмалыуҙан да ауырыраҡ ине Томға... “Әлисә мине бер ваҡытта ла ғәфү итмәҫ микән ни?” – тип ҡайғырҙы ул. Ә һеҙ, балалар, нисек уйлайһығыҙ: ҡыҙ бесәйҙе ғәфү итерме?..

 

                                Ғималетдин ЯРУЛЛИН.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас