+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
18 Ғинуар 2024, 08:50

Музейға бүләк итмәксе

Октябрьский ҡалаһының 3-сө гимназияһы уҡыусыһы Артем Корсаков Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың портретын эшләгән.

Музейға бүләк итмәксеМузейға бүләк итмәксе
Музейға бүләк итмәксе

Уны Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына бүләк итергә ниәтләй. 

Артем танылған портрет оҫтаһы Айнур Тимерғәлиев етәкселегендәге "ТимАрт" студияһында шөғөлләнә. Йәш рәссамдар танылған шәхестәрҙең портреттарын эшләй. Улар араһында Миңлеғәле Шайморатов, Даян Мурзин, легендар боксер Майк Тайсон, Президент Мортаза Рәхимов һәм башҡа бик күптәрҙең портреттары бар. Әлеге ваҡытта студияның портфолиоһында 1 меңдән ашыу портрет, 200 картина, 100-ләгән панно иҫәпләнә. 

Артем Корсаковтың Мәжит Ғафури портретын эшләүе иғтибарға лайыҡ. Ул һүрәт эшләргә, 3D анимациялар төшөрөргә ярата. Гитарала уйнай һәм инглиз телен өйрәнеү менән мауыға икән.  

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас