Дәрестәр бөткәс инде
Ихлас оҙатып ҡала.
Беренсенән өйрәтә ул
Уҡырға һәм яҙырға.
Артабан да тырышырға,
Дөрөҫ ҡушып-алырға.
Башҡорт теленә ҡарата
Һөйөү уята беҙҙә.
Туған телеңде бел, ти,
Килмәҫ ҡыҙыллыҡ йөҙгә.
Күпме көсөн йәлләмәй
Иртә таңдан төнгәсә.
Дәфтәрҙәрҙе тикшерә
Йоҡламайса таңғаса.
Күңеле таҙа, үҙе дәртле,
Йылмайып йөрөй һәр саҡ.
Һеҙҙең кеүек шәп уҡытыусы
Булырбыҙ беҙ ҙә бер саҡ.
Уҡытыусым! Һин өйрәткәнде
Тыңлауы шундай рәхәт!
Биргән дәрестәрегеҙ өсөн
Һеҙгә бик ҙурҙан рәхмәт!
Әмир БАЙМЫРҘИН,
II «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһы.