+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
13 Февраль , 10:51

"ЯРАТАМ МИН ТЕЛЕМДЕ" видеоконкурсында ҡатнашығыҙ, дуҫтар!

 21 февраль –  Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы "Йәншишмә" гәзите "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә "ЯРАТАМ МИН ТЕЛЕМДЕ" тигән видеоконкурс үткәрә. 

Иғтибар: унда ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә шиғыр (әҫәрҙән өҙөк тә ярай) һөйләп, видеоға яҙҙырып, ошо һылтанма буйынса инеп, комментарий итеп беркетергә кәрәк.

Видеоконкурста I – XI синыф уҡыусыларын ҡатнашырға саҡырабыҙ. Тема буйынса сикләү юҡ, тик видеояҙмаларҙың башҡорт телендә булыуы шарт. 

 Әлбиттә, үҙегеҙҙең видеояҙмағыҙға фекерҙәр һәм лайыҡтар йыйыу хуплана. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә https://work.vk.com/club45440006 ҡушылыуығыҙ мотлаҡ. Матур сығыштарҙы сайтыбыҙға ла ҡуйып барасаҡбыҙ. 

 Өс еңеүсене 21 февралдә иғлан итербеҙ. Уларға редакцияның Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ. Һеҙҙән видеояҙмалар көтәбеҙ, дуҫтар!

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: