+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Февраль , 08:20

Еңеүсе — Алик Ғәлиуллин

"Яратам мин телемде" видеоконкурсы еңеүсеһе Алик Ғәлиуллин Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына ошо уҡыу йылында ғына килгән. Математика буйынса белем усағы үткәргән олимпиадала еңеүсе булып, X синыфҡа саҡырыу алған.

Еңеүсе — Алик Ғәлиуллин
Еңеүсе — Алик Ғәлиуллин

Егет оҫта шахматсы, робот техникаһы буйынса ла ярыштарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ телгә лә маһир. Күңел талабы буйынса башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен тасуири итеп һөйләргә ярата. Үткән йылда Бөрйән районында үткән "Йөрәк һүҙе" конкурсында Исламбай ауылы егете Алик Ғәлиуллин Гран-при алған. Өфөгә уҡырға килгәәс, Башҡорт телендәге "Аҫылташ" дебат уйындарында I урынға лайыҡ булған. 

Алик Ғәлиуллин "Йәншишмә" республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите редакцияһы Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ойошторған "Яратам мин телемде" видеоконкурсында ла юғары баһа алып, еңеүсе булды. Ҡотлайбыҙ!  

Алик кеүек төрлө яҡлап һәләтле уҡыусылар республикабыҙ киләсәген өмөтлө итә лә инде.

Еңеүсе — Алик Ғәлиуллин
Еңеүсе — Алик Ғәлиуллин
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: