+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
23 Февраль , 12:00

Һалдат

Бөрйән районы Мораҙым ауылынан Илзирә ВӘЛИЕВАның шиғыры.

Һалдат
Һалдат

Ятамын һыуыҡ ерҙә
Ғүмер юлымды уйлап.
Яңғыҙ йәш тамды ергә,
Сикәмдә юлдар яһап.

Ниңә икән мин алдан
Донъя ҡәҙ(е)рен белмәнем?
Күпме ваҡытым уҙған,
Үткәнен дә һиҙмәнем...

Ниңә икән әсәйемде
Күргән һайын һөймәнем?
Хәҙер миңә көймә инде,
Ни булырын белмәнем.

Әсәйемдең ашын ашап,
Сәйен баллап эсһәмсе.
Матур һәм наҙлы ҡарашын
Тағы берҙе күрһәмсе.

Иламаҫһың, йәме, әсәй,
Ҡайғырма, зинһар өсөн.
Минең ҡайтыуымды көтөп,
Һанайһыңдыр һәр көнөн.

Килгәйнем мин был ерҙәргә
Тыуған еремде яҡлап.
Әле ятам һыуыҡ ерҙә
Ғүмер юлымды уйлап.

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: