+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
28 Февраль , 12:00

Доға ҡөҙрәте (хикәйә)

Мөхәмәт күҙен йомоп, дошман эттәренең һөжүменә ҡаршы атланы. Туҡта, ни булды һуң әле? Ниңә бер эт тә миңә ташланмай? Әллә был төшмө?

Доға ҡөҙрәте (хикәйә)
Доға ҡөҙрәте (хикәйә)

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,
ҡартатайым Мөхәмәт Резбаев иҫтәлегенә.

...Ҡаты гөрһөлдәү тауышы мөһим заданиены үтәп ҡайтып килгән һалдаттарҙың икеһен ике яҡҡа алып осорҙо. Күкрәк тәңгәлендәге ҡаты һәм ауыр нәмәне тойоп, иҫенә килде Мөхәмәт. Көс-хәл менән күҙҙәрен асты, башы ауырта, ҡолағы бер ни ишетмәй. Немец һалдатының кир­за итеге уның күкрәген иҙеп алып бара.
– Әһә, тере был мәхлүк! Әйҙә тор, атла! – тип бойорҙо ул.
Мөхәмәт йығылып китмәҫкә тырышып, тороп баҫты. «Павел ҡайҙа икән?» – тип уйларға ла өлгөрмәне, 10 – 15 метр алыҫлыҡта ят­ҡан дуҫының ҡанға батҡан үле кәү­ҙәһен күреп әсенде. «Эх, был ҡәбәхәттәр ҡулына эләгеү – ниндәй хурлыҡ. Бының өсөн баштан һыйпамаясаҡтар бит. Нимә эшләргә, ҡулда бер граната булһамы...»
...Әсирлеккә эләккән һалдаттарҙы немецтарҙың лагерына алып барып, теҙеп баҫтырҙылар.
– Арағыҙҙа ат ҡарай белгәндәр бармы?
Мөхәмәт бер аҙым алға атланы. Аттар янына уны мылтыҡ тоҫҡап алып килделәр. «Эй, бахыр аттар! Ҡәһәрле һуғыш һеҙҙе лә һиҫкәнергә өйрәткән, малҡайҙарҙың күҙҙәре ту­лы һағыш һәм хәсрәт», – тип уйланы ғүмере буйы ат ҡараусы булып эшләгән ир, уларҙы күргәс.
– Бына ошонда хәҙер йәшәйәсәк­һең, маңлайыңа пуля алғың килмә­һә, яҡшы итеп ҡара аттарҙы, – тип әмер бирҙе дошман һалдаты һәм һаҡта торғанына нимәлер бышылданы ла сығып китте.
Атты иң аҡыллы хайуан тип әйтәләр, бына әле лә улар, әсирҙең хәленә ингәндәй, бышҡырып ҡаршы алды. Мөхәмәт һәр береһен яратып һыйпаны, алдарына йәшел үлән кил­тереп һалды, һыу эсерҙе. Үҙе лә шул һыуҙа сайҡанып алды, ҡан ойошҡан бит-ҡулын йыуҙы. «Малдың ни ғәйебе бар был ҡанлы һуғышта? Күпме ат ятып ҡала яу яланында!» Мөхәмәттең күҙҙәренән йәш тамды. Уның ауылда ҡалған Орлик ҡушаматлы аты ни эшләй икән? Уны ла һуғышҡа алып киткәндәрҙер йә колхоз эшенә егәләрҙер, тип уйлап ал­ды. Ағиҙел буйы туғайҙарында ат көткән саҡтарын иҫенә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы.
Немец һалдаттары әсирҙәрҙе бө­тә ауыр эшкә екте. Кәрәкме-юҡмы, ҡарап тормайҙар, иң мөһиме, үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтергә, ошо ерҙең хужалары итеп тоторға тыры­шалар. Ас-яланғас, яралы һалдаттар таңдан алып ҡара төнгә тиклем бил бөгә. Мөхәмәт аттарҙы аҡтыҡ көсөн һалып ҡараны, ашатып-эсер­ҙе, аҫтарын таҙартты, арба-саналар­ҙы йүнәтте, йүгән-дилбегә кеүек кә­рәк-яраҡты рәтләне. Немецтар һәр ерҙә бөхтәлек ярата, әҙерәк кенә бысраҡ күрҙеләрме – Мөхәмәтте иҫтән яҙғансы туҡмап ташларға ла күп һораманылар.
...Бер көн дошман һалдаттары ҡайҙалыр йыйына башланы. Өҫ-баштары ялбырап бөткән, аслыҡтан хәлһеҙләнгән әсирҙәрҙе сафҡа те­ҙеп баҫтырҙылар.
– Һеҙҙе былай ғына атып үлтермәйбеҙ. Хәҙер бик күңелле тамаша буласаҡ, тәүҙә шуны ҡарағыҙ, – тип оятһыҙ йылмайҙы немец офицеры.
Шул ваҡыт овчаркалар менән бер төркөм һалдат килеп баҫты. Эттәр бер туҡтауһыҙ өрә, бына-бына әсир­ҙәрҙең өҫтөнә ташланыр кеүек.
– Сафта торған килеш унға тиклем һанарға! – тигән әмер яңғыраны.
Әсирҙәр бер-бер артлы һанарға кереште.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы...
Унынсы әсирҙе мылтыҡ төйҙәһе менән сафтан төртөп сығарып, немец һалдаттары овчаркаларын ыс­ҡындырҙы... Ҡомһоҙ эттәрҙең ҡоро һөйәккә ҡалған әсирҙе йолҡҡосла­ғанын ҡарамаҫ өсөн башҡалар күҙ­ҙәрен йомдо, дошмандарҙың мыҫ­ҡыллы көлөүе эт өрөүенән дә нығыраҡ ишетелде.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы...
«Ошо икән дошман ҡулынан үлемем! Эх, теге юлы снаряд ярсығынан үлһәм, мең артыҡ булыр ине», – тип уйланы Мөхәмәт. Уның атаһы Ғариф ҡарт тирә-яҡта билдәле, бик уҡымышлы мулла ине. Замандар үҙгәреп китеп, дингә әллә ни ылыҡмаһа ла, атаһы доғалар уҡыған саҡта, үлгән йә сирле янында ясин сыҡҡан ваҡытта Мөхәмәт иғтибар менән тыңлай торғайны. Шунлыҡтан бер нисәһе иҫендә ҡалған. «Берәү­ҙән һуң сират миңә етәсәк, үлер алдынан белгән доғаларымды уҡып, әжәлде Хоҙайға һыйынып ҡаршы алайым», – тип ул шым ғына доға уҡый башланы:
– Лә илаһи иллалаһ...
Тыуған йортонда ҡалған өс ҡыҙы, улы, ҡатыны уның күҙ алдынан үтте. Күңеленән генә улар менән хушлаш­ты, гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап ял­барҙы.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы...
Мөхәмәт күҙен йомоп, дошман эттәренең һөжүменә ҡаршы атланы. Туҡта, ни булды һуң әле? Ниңә бер эт тә миңә ташланмай? Әллә был төшмө?
Ирҙең мейеһендә бер-бер артлы мең һорау тыуҙы, ул яй ғына күҙен асты. Бәй, ни күрә: немец һалдаттары тырым-тырағай ҡайҙалыр йүгерә, урман яғынан «ура-а-а» тауыштары ишетелә. Әсирҙәр әле ге­нә барған мәхшәрҙән айный алмай баҫып тора бирҙе.
– Беҙҙекеләр килә, ура-а-а, үҙебеҙҙекеләр, беҙ ирекле, – тип ҡыс­ҡырып ебәрҙе Мөхәмәт. Иптәштәре көтөлмәгән шатлыҡтан бер-береһенең ҡосағына ташланып илаша ине...
Доға ҡөҙрәте менән ҡанлы һуғыш яландарын үтеп, еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтырын Мөхәмәт үҙе лә белмәй ине әле.


Минира ҮТӘГӘНОВА-БИКӘНӘСОВА, уҡытыусы.
Ауырғазы районы,
Талбазы ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: