+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Март , 20:00

Ярай ҡолаҡтан эләктермәне

Ата ҡаҙ менән дуҫлыҡ бәләкәй саҡтан булманы. Тышҡа сығып, танауымды күрһәтеүем була, муйынын һуҙып, ыҫылдап, килә лә етә торғайны. Әйтерһең, көнө буйы минең тышҡа сыҡҡанды көтөп кенә йөрөй...

Ярай ҡолаҡтан эләктермәне
Ярай ҡолаҡтан эләктермәне

Ул ғына тиһең әле, бер көн хатта елкәмә осоп менеп, сәсемдән эләктереп, метрҙан ашыу ҡанаттары менән «саңымды ҡағып» төштө. Ярай ҡолаҡтан эләктермәне. «Һыңар ҡолаҡ Хисами», әй, яңылыш әйттем, Фәрит булып йөрөр инем... Ул бер мине генә ыҙалата, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Шулай бер көн, көтөү ҡайтҡас, һыйырыбыҙ аҡылдан шашҡан кеүек баҡырып, ишек алдын тултырып йүгереп йөрөгәнгә әйләнеп ҡараһам, ошо аталыҡ һыйырҙың елененән эләктереп алған да рәхәтләнеп «сәңгелдәк эйеп» йөрөй. Ул һыйырҙа ни үсе булды икән?
Эй, эскән ирҙәрҙе яратманы! Ене кеүек күрә торғайны. Әллә еҫенән һиҙә ине инде? Бер ваҡыт беҙҙең ишек алдына Айса ҡоҙа килеп инде. Күренеп тора, «һалып алған». Баш төҙәтергә һорап ингәндер инде. Беҙҙең аталыҡ әллә ҡайһы арала күреп ҡалды ла бәйләнде бит тегегә. Осоп елкәһенә менеп бара. Ҡасты ниһә, осаһынан тешләп тарта. Ата ҡаҙҙың был ҡылығын тәүҙә аптырамай ғына, «була торған хәл» итеп кенә ҡабул иткән Айса ҡоҙаның да түҙемлеге бөттө, күрәһең. Ҡайһылыр арала ҡоштоң муйынынан эләктереп ала һалып, һауала үҙе тирәләй бер нисә тапҡыр әйләндерҙе лә ергә шапылдата һуҡты бит. Үлгәндер, тип уйла­ғайным. Юҡ. Ярты йыл буйы тауыш бирә алмай, ғыжылдап йөрөнө.
Бер тапҡыр ғына баҫтырышмай-ғауғалашмай, тыныс ҡына итеп «серләшеп» алырға яҙҙы миңә уның менән. Инә ҡаҙ беҙҙең өйгә инеп, өҫтәл аҫтындағы ояһына баҫырға ултырған ине. Һәр нәмәне күреп, бөтә ишек алдында үҙ тәртибен урынлаштырып йөрөргә ғәҙәтләнгән аталығым бөтөнләй шымып ҡалды. Бер кемгә лә бәйләнмәй, берәүҙе лә баҫтырмай. Башын уңға-һулға бороп, нимәлер тыңланып, өй тирәһендә әйләнеп тик йөрөй. Миңә хатта йәл булып китте. Бар түҙемлегемде төйнәп эргәһенә яҡынланым да яғымлы ғына итеп:
– Көтәһеңме? – тип һораным. Ул миңә боролоп ҡарамай шым ғына итеп:
– Ҡа-ҡа-ҡа... – тине. «Көтәм», тинеме икән, «ҡыйын», тинеме?.. Мин, ҡотомдо усымда тотоп тор­ған кеше, аңламай ҡалдым.
Көндәр йылынып, ялан аяҡ йөрөрлөк булғас, әсәйем яңы сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләрен ҡалҡып килгән үләнгә ебәрҙе лә миңә күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушты. Әсәйем дә... ҡыҙыҡ инде. Аталыҡтың мине ене кеүек күреп «һөйгәнен» белмәй була! Шулай ҙа өндәшмәнем. Ҡапҡа ярығынан булһа ла күҙ һалып йөрөрмөн әле.
Инә ҡаҙ өйҙә йомортҡа баҫып ултырып асыҡҡан, күрәһең, төшөү менән үләнгә йәбеште. Йом­ғаҡ ҙурлыҡ ҡына һап-һары бәпкәләр, әсәләренән күрепме, үҙ-ара сипылдашып, яңы сығып килгән йәм-йәшел үләнде ҡабып тартҡан була, ҡайһылары үлән өҙөлгән ыңғайға ҡолап та китә. Аталыҡтың уларҙа эше юҡ – башын юғары күтәргән дә, уны бер уңға, бер һулға ҡыйшайтып, һауаны күҙәтә... Шуларҙы ҡыҙыҡ күреп ҡарап ултырып, донъямды онота яҙғанмын. Бер ҡараһам, ата ҡаҙым әле кибеп өлгөрмәгән бәләкәй генә күләүек эсенә төшөп алған да һыу сәсрәтеп, шапылдатып бейеп тора. Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым : беҙҙең «һуғыш суҡмары»мы был, әллә алыштыр­ғандармы? Ҡалай килештереп бейей бит әле! Ҡаҙ бейей! Ата ҡаҙ – һуғыш суҡмары – бейей!
***
Яңыраҡ бер табында, хисләнеп китеп, бала саҡтағы ошо ҡыҙыҡты һөйләй ҡуй­ҙым.
– Аһ-һ, һеҙҙең аталыҡ та бейей торғайнымы ни? – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе бер балдыҙым. – Мин беҙҙеке генә бейегән икән, тиһәм... Атайым, беренсе төркөм һуғыш инвалиды, өлкәнәйгәс, саҡ ҡуҙғалып йөрөнө. Эш боҙған малайҙар кеүек, әсәйемдән йәшереп кенә тартҡылай торғайны. Тәмәке тартам, тип тупһаға сыҡһа, эргәһенә ҡаҙҙар йыйыла. Ем там иткәндәрҙер инде. Атайым:
– Йә, аталыҡ, бейеп ебәр әле! Бейе-бейе, бейе-бейе, – тип һамаҡлаһа, аталыҡ бейей ҙә китә торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙе ул тыңламаны. Күпме һамаҡлап, инәлеп ҡараһаҡ та. Хужа күреп хөрмәт иттеме икән атайымды?
Бына шулай, ваҡыт үткәс, бала саҡтың уҫал аталығы ла һағындыра икән ул...

Фәрит ӘХМӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: