+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Март , 16:20

Ҡыйын саҡтарымда ғына түгел, шатлыҡта ла әсәй, һин кәрәк

Әбйәлил районы Аһылай мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Айһылыу Бүләкбаева йөрәге аша үткәреп һөйләй был шиғырҙы.

Ҡыйын саҡтарымда ғына түгел, шатлыҡта ла әсәй, һин кәрәк
Ҡыйын саҡтарымда ғына түгел, шатлыҡта ла әсәй, һин кәрәк

"Яратам мин телемде" видеоконкурсына шағирә Гөлнара Хәлфетдинова тәржемә иткән ошо әҫәрҙе тәҡдим иткәйне ул. Авторы - ғағауыз шағирәһе Алла Байук.

 

ҠЫРҘА ЭШЛӘЙ ӘСӘЙ, ВАХТАЛА...

Аҡ ҡағыҙға теҙә башлаһаммы,
Хистәремде, етмәҫ дәфтәрҙәр...
Хәбәрҙәрем барыбер еткерә алмаҫ
Һинһеҙ мәлде, һинһеҙ хәстәрҙе.

Күңелемдән бер ҙә киткәнең юҡ,
Һин эргәлә, янда ғына һымаҡ.
Тик ҡар яуған саҡта юлдарыңа,
Саңға бата әле минең һуҡмаҡ.

Сәләмеңә ҡыуанһа ла ҡолаҡ,
Ҡосаҡларға үҙең юҡһың шул.
Һаҙағынан ғына айырылып
Алыҫтарға осҡан уҡһың шул.

Ҡыйын саҡтарымда ғына түгел,
Шатлыҡта ла әсәй, һин кәрәк.
Гел юлдарҙа үтте ғүмеркәйең,
Туптай ғына булдың тәгәрәк.

Туҡтап тыңлап алһаң ине, әсәй,
Беҙҙең йөрәк хәҙер нисек һуға?
Ҡайтыуҙарың һаман хыял ғына,
Ә йөрәгем мохтаж яратыуға.

Беҙ ҙур инде, үҫеп буй еткерҙек,
Тик мәлендә наҙҙар алмағас,
Мин яҙҙарҙа сәскә ата алмай
Аптыранған йәш бер алмағас.

Әсәкәйем, һин бер ҡарлуғастай,
Йәйен – өйҙә, ҡышын – алыҫта.
Ғәзизгенәм, үпкәм һиңә түгел,
Дәғүәләрем бары яҙмышҡа.

(Ғағауыз шағирәһе Алла Буйюк (Черниоғлы) шиғыры, Гөлнара Хәлфетдинова тәржемәһендә)

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: