+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Март , 17:00

Тормош ҡатмарлы ул, балам... (хикәйә)

Нәҡ ошо минутта донъялағы иң кәрәкле нәмәләрҙең береһенә әйләнгән ҡыҙғылт ҡағыҙ таҫмаһы ҡайҙа? Йәнә­шәһендә ултырып килгән ҡара күҙле ҡыҙыҡай менән танышыуын башлап ҡына ебәргән Камил юғалып ҡалды. Хурлыҡ ҡалай яҡын йөрөй! Был – һуңғы автобус. Поезға өлгөрмәһә, ҡасан китә әле ул тағы Өфөһөнә! Тағы ла һуңларғамы был институтына?! Шул ғына етмәгәйне! Штраф түләргә лә ошо рейс менән барып етергә була. Хурлыҡ.

Тормош ҡатмарлы ул, балам... (хикәйә)
Тормош ҡатмарлы ул, балам... (хикәйә)

– Тиҙерәк, тиҙерәк, тот сумаҙаныңды!..
– Әй, әттәгенәһе, ҡайҙа булды был малай?
– Ғәфү итегеҙ. Был автобус ҡайҙа бара?
– Йүгер тиҙерәк, тинем бит мин һи­ңә, йүгер!
– Байышҡа билет һата башланылар!..
– Был ҡайһы яҡҡа бара?
– Ултыр!
– Тор ошонда, бер ҡайҙа ла китмә!
– Һаумы, ҡоҙағый!
– Эй, сиратҡа баҫ! Ошо йәштәр...
– Чево?!
– Чауа, чауа, сиратҡа баҫ. Беҙ инде ике сәғәт...
Гүйә, бөтә ғаләм күсенә. Береһенә – Баймаҡҡа, икенсеһенә – Шүлкәгә, өсөнсөһөнә... Ҙур-ҙур төйөнсөктәр күтәргән ҡарт-ҡоро, ҡупшы ғына дипло­мат тотҡан фырт егеттәр, сумка аҫҡан, сумаҙан һөйрәгән ир-ат... Арлы-бирле күсенгән, этешеп-төртөшкән халыҡ та­ғы ла күберәк күренә. Вокзал алдында­ғы сыбар халыҡ туҡтауһыҙ һары-ҡы­ҙыл йәки аҡлы-күкле автобустарҙы ялмай.
Көн эҫе. Тынсыу һауала елдең заты ла юҡ. Әйтерһең дә, ул ныҡ ҡыҙҙырған ҡояш менән һүҙ ҡуйышҡан да әллә ҡайҙа тауҙар артына далаға сығып киткән. Әле һис кәрәк булмаған ерҙә, сүл­лектә ҡом туҙҙырып, «ел ҡыуып» йөрөйҙөр әле. Ә бит бында, йыл әйләнә­һендә бер-ике көн генә эшләгән вокзал киоскыһы эргәһендә, әйҙә, ҡояшта ҡаҡлан!..
Камил: «Билет һата башланылар!» – тигәндәрен ишетеү менән йәнә касса залына ынтылды. Уныһы – тимер бетондан ҡоршалған шыҡһыҙ автовокзалдың яртыһын алып торған тар ғына бүлмә. Район үҙәге һынлы ҙур урындағы ерҙә бер генә касса эшләгәс, билет алып, кәрәк автобусыңа эләгеп ките­үе бик ҡыйын. Шунлыҡтан ауыҙҙы асып торһаң, ятып та ҡалаһың. Кискә тиклем ошонда әлһерәп йөрөгәс, ҡала осона «попутка» тоторға сығаһың. Бында инде ауыҙҙы асмайһың, биш ҡатлы төҫ­һөҙ йорттар бөткән ерҙә үк юл ситенә сығып баҫаһың, ҡола яландан ҡом-саңлы ел өрә.
Әбей-һәбей, ҡарт-ҡоро сираттан китмәй сәғәттәр буйы тора. Сөнки, баяғыса, бер генә урындан һатҡас һәм расписание теүәл үтәлмәгәс, эстәгеләр автовокзал майҙанына килеп туҡтаған автобусҡа ғына билет һата. Сиратта торғандарҙың күҙҙәре – тәҙрәлә. Берәй автобус килһә – ҡыбырлаша башлай­ҙар. «Бәлки, беҙҙекелер!..» «Сапҡын»­дар барып белешеп килгәнсе байтаҡ шаулашып алалар. «Юҡ, түгел икән!» Йәки:
– Беҙҙекенә һаталар!
Сират шундуҡ тығыҙлана һәм йылан кеүек бөгәрләнә башлай. Касса төбөндә ул төйнәлеп, йомарланып ҡала.
«Сапҡын»ға эйәреп килгән йәш-елкенсәк шунда тығыла. Әбей-һәбей тауыш күтәрә. Ишетмәйҙәр. Арҡаһы, ҡултыҡ аҫтары эҫе тиргә еүешләнгән Камил нисек алға барып сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Арттағылар этте. Кассаға етәрәк бөтөнләй ҡыҫынҡы. Күкрәгеңде киреп тын да алырлыҡ түгел. Ни мөғжизә менәндер элекке сираттан ҡалған бер әбей һөйәлле арыҡ ҡулдары менән терһәкте ҡуя тор­ған таҡтаға йәбешеп алған. Көсөргәнешлектән йыйырсыҡтар менән ҡап­ланған көңгөрт бите алһыуланған. Салланған һирәк сәстәре яулығы ситенән туҙып сыҡҡан, тирле сикәләренә йәбешкән. Камил быларҙы әбей менән биткә-бит килеп терәлгәс, асыҡтан-асыҡ күрҙе. Тышылдашып, бөтәһе лә стеналағы касса тишегенә ынтыла.
– Икәү, Сибайға!
– Дүртәү!
– Миңә лә ал әле, Дим!
Ҡулды ғына һуҙырлыҡ ара, ләкин алда 4 – 5 кеше тора, төрлө яҡтан ҡыҫалар. Хәҙер инде сиратҡа баҫыуҙы ла талап итмәйҙәр! Билеттар бөтә! Камил аяҡтары менән бар көсөнә этенеп алға ынтыла. Ҡулындағы еүешләнгән аҡсаны тишеккә һона. Юлда баяғы әбей. Ул үҙе алға ынтыла алмай. Баш­ҡаларҙы ла үткәрмәй, ҡамасаулап, юлға арҡыры тороп баҫҡан.
– Мейес башында ғына ятмай!
Каникул ваҡытында йөкмәнеп йөрөгән ҡарт-ҡороно Камилдың ене һөймәй, асыуы ҡабара.
– Поезға билет яна бит!
– Иртәгә лә китә алағыҙ бит!
...Әбей бер һүҙ өндәшмәй. Хәҙер ул теләһә лә, был өйөмдән сыға алмай инде. Тәк-тәк... Раз! Камилдың терһәге уның эйәге тирәһенә кәртә булып тор­ҙо. Ләкин әбей ҙә бирешмәй. Эйәге менән этешеп, ике ҡулы менән алға ынтыла. Бына бер нисә кеше касса алдында.
– Улым... Улым...
«Р-раз!» Ныҡ ҡына тырыша торғас, Камил уң яурынын әбейҙең эйәге алдына ҡуйҙы ла ҡулын кассаға һондо: «Сибайға!..»
Ҡулын саҡ тартып алды. Хәҙер артҡа! Мунсанан сыҡҡан кеүек ҡыҙарып-бүртенеп килеп сыҡты...
Ғөмүмән, бындағы ҡағиҙәләрҙе аңларлыҡ түгел... Оҙаҡ ваҡыт көтөп, ҙур көс һалып алған билетыңды кондуктор иғтибар менән тикшергәс, автобусҡа үтәһең. Күптәре киләһе рейсты көтөп, билетһыҙ тороп ҡала. Ләкин вокзал урамынан боролғас та шофёр, ҡала ситенә тиклем бер-ике урында туҡтап, кеше ултыртып ала. Быныһы, күрәһең, үҙ кеҫәһенә аҡса төшөрөү өсөндөр инде. Шунлыҡтан ҡайһы ваҡыт юлда контролёрҙар осрай. Ғәжәйеп хәл килеп тыуа. Кемдер үлемесле булып тырышһа ла, билетһыҙ ҡала, кемдер ун­һыҙ ҙа ултырып китә. Шунлыҡтан контролёрҙар бер-береһенә ышанмай, ҡат-ҡат тикшереү үткәрә.
Был юлы ла ҡалаға етәрәк автобусты туҡтаттылар. Күк контролёр формаһы кейгән йыуантаҡ ҡатын, руль артындағы йәш егет менән бер-ике һүҙ алыш­ҡас, креслолар араһында тығылып баҫып торғандарҙы сығарып, билет тикшерә башланы. Алдағылар юл ситенә сығып, тәмәке ҡабыҙып ебәрҙе. Ике кеше үтерлек араға саҡ һыйып, был ҡатын рәт буйлап килә.
– Ҡәһәр һуҡҡыры! – Камил сәбәлә­нә башланы. – Был билеты ҡайҙа булды?!
Нәҡ ошо минутта донъялағы иң кәрәкле нәмәләрҙең береһенә әйләнгән ҡыҙғылт ҡағыҙ таҫмаһы ҡайҙа? Йәнә­шәһендә ултырып килгән ҡара күҙле ҡыҙыҡай менән танышыуын башлап ҡына ебәргән Камил юғалып ҡалды. Хурлыҡ ҡалай яҡын йөрөй! Был – һуңғы автобус. Поезға өлгөрмәһә, ҡасан китә әле ул тағы Өфөһөнә! Тағы ла һуңларғамы был институтына?! Шул ғына етмәгәйне! Штраф түләргә лә ошо рейс менән барып етергә була. Хурлыҡ.
– Мин билет һатып алдым, ләкин әле таба алмайым... Хәҙер...
Талапсан контролёр ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҡапыл аҡайтып, Камилға, уның эргәһендәге һылыу ҡыҙға ҡараны ла:
– Өйөңдә, рояль өҫтөндә ҡалдыр­ҙыңмы? – тип мыҫҡыл ҡатыш өндәште лә әҙ генә көткәс: «Хәҙер әйләнеп киләм», – тип ары ҡуҙғалды.
Шунса көс була алған ҡәһәр һуҡҡан был ҡағыҙ киҫәге ҡайҙа? Ҡыҙыҡай алдында хурлыҡҡа ҡалыу йәнә йәнен көйҙөрҙө Камилдың.
– Тапманыңмы? – Әйләнеп килеп еткән тикшереүсе йәнә мыҫҡыл ҡатыш көлөмһөрәне.
– Юҡ...
– Шулай тип уйлағайным да инде...
– Нимә уйланығыҙ?! Мин уның өсөн күпме бышлыҡтым емерелеп барған вокзалығыҙҙа!!! Алдым мин билетты!
– Ҡысҡырмағыҙ! Алдашмағыҙ! – Билет тикшереүсе автобус йөрөтөүсегә ниҙер өндәште лә Камилға боролдо:
– Ҡуҙғалығыҙ! Әйҙә, әйҙә!!! Раскричался тоже!
Бәхәс ҡупты. Шул тиклем мәғәнәһеҙ һәм уңайһыҙ хәлгә ҡалған егет – үҙенекен, тегенеһе үҙенекен тылҡый. Штраф түләп артабан ултырып китеүҙе лә бойомға ашырырлыҡ түгел: улар, контролёрҙар, бындай осраҡта аҡса­һын түләтеп, автобустан төшөрөп тә ҡалдыра. Һуңғы нөктәне шофёр егет ҡуйҙы:
– Билетһыҙ пассажир төшмәйенсә, мин бер ҡайҙа ла бармайым, – ул ҡабыҙған моторҙы ҡайтанан һүндереп ҡуйҙы.
Халыҡ шаулаша башланы.
– Поезға һуңлайбыҙ!
– Әй, төш! Башҡаларҙы һуңлатаһың поезға!
– Давай-давай!
Бына һиңә мә! Камил ни эшләргә белмәй ҡарашын йәшергән ҡыҙыҡайға ҡарап алды... Вәт, тормош!
– Һуң, минең билет алғанды белгән кеше юҡмы? Бергә этешеп-төртөштөк бит! Бына поезға билетым яна! – Аптырап поезға алынған билетын килтереп сығарҙы.
– Давай, давай, төш, башҡаларҙы тотҡарлама!
Аптырап урынынан торҙо Камил.
– Туҡтағыҙ әле, балалар! Туҡтағыҙ!
Барыһы ла тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Был баяғы сиратта Камил тер­һәге менән этеп үткән әбей ине. Уның артындағы креслола ултырған икән. Нимә әйтергә уйлай ул?
– Мин сәғәттән ашыу сиратта тор­ҙом. – Инәй күҙҙәрен туп-тура контролёрға төбәне. – Был егет минән алда ғына ошо автобусҡа билет алды. Валлаһи-билләһи! Шаһитмын! Автобусҡа ултырғанда ла билетын күрһәтте ул!
Аптырап ҡалған контролёрға тын алырға ла ирек бирмәй бар көсөнә ялбарҙы:
– Ҡыҙым, зинһар, теймәгеҙ уға. Валлаһи-билләһи, билеты бар уның. Хәҙер таба ул. Мин уны һис белмәһәм дә, яҡлашам. Алла хаҡы өсөн тотҡарламағыҙ. Ошо йәшемә етеп, алдашҡаным юҡ!
Ул ҡатындың ҡулына ҡағылып, һыйпап ҡуйҙы.
...Аптырап ҡалған контролёр тынып ҡалған халыҡҡа, Камилға, әбейгә ҡараны ла ҡулын һелтәп китеп барҙы. Шофёр егеткә танау аҫтынан ниҙер мығырҙаны ла мискәләй кәүҙәһе менән еңел генә итеп баҫҡыстан юл ситенә һикерҙе.
Ҡуҙғалып киткән автобус тәҙрәһенән башын ҡалҡытып ҡарарға ла уңай­һыҙланды Камил.
...Килеп етеү менән халыҡ ҡуҙғалды. Китергә күп ҡалмаған поезға ашыҡты. Йәнә этеш-төртөш, ишеккә ынтылыу, унан сумкаларҙы һөйрәп перронға йүгереү башланды.
Иң һуңғылар булып автобустан әбей сыҡты. Тышта ишек эргәһендә көтөп торған Камил уның ауыр төйөнсөгөн төшөрөргә ярҙам итте. Бер аҙ тын ғына торғас, егет уға рәхмәт әйтте һәм һорап ҡуйған булды:
– Балаларығыҙға ҡунаҡҡамы, инәй?
Әбей яуап бирмәне. Төйөнсөгөн иңенә күтәрҙе. Шунан асыҡ зәңгәр күҙҙәрен егеткә төбәне:
– Тормош ҡатмарлы ул, балам... – Һырҙар менән телгеләнгән битен ҡарағусҡыл яҫы усы менән һыпырҙы, сал сәсен яулыҡ эсенә ҡымтып ҡуй­ҙы.
Шунан ҡапыл ғына боролдо ла етеҙ-етеҙ елпәңләп, йылтаңлап атлап, ҡала үҙәгенә, тауҙай таш өйҙәр яғына йүнәл­де.
Үпкәләнеме әллә? Хәйер, нимәгә үпкәләй ти? Кемгә? Ошо егеткәме?..

Нияз МӘҺӘҘИЕВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: