+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
18 Март , 18:25

Башҡортса йырлағыҙ, дуҫтар!

Интернет киңлектәрендә моңло башҡорт йырҙары ла күп яңғырарға тейеш. 

Уҡыусылар, йәштәр өсөн республика, Рәсәй кимәлендә бик күп төрлө конкурстар ойошторола. Был бик яҡшы, әлбиттә. Әммә минең һүҙем нәҡ милләттәштәребеҙ өсөн үткәрелгәндәре тураһында. Был йәһәттән хәҙер социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған бәйгеләр ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, башҡорт телен үҫтереүгә, ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә ярайһы ғына өлөш индерелә. Икенсенән, йәш милләттәштәребеҙ үҙҙәренең сығыштарын, йәғни видеояҙмаларын конкурсҡа тәҡдим итеп, һәләттәрен күрһәтә, баһа ала.

Яңыраҡ "Бәйләнештә" селтәрендәге "Башҡорт гитара" төркөмө "Мин башҡортса йырлайым" тигән бик матур интернет-бәйге ойошторҙо. Унда республика уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Төп бүләк тә шәп ине шул: гитара! Тағы - ун ҡумыҙ.
Конкурс тамам. Гитараны иһә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка интернат-гимназияһының X синыфы уҡыусыһы Айгиз Моталов яуланы. Шәп сығыштар күп булды. Шулай ҙа Айгиз көслө тауышы, үҙен иркен тотоуы менән дә айырылып торҙо. Әлбиттә, уның өсөн тауыш биреүселәр ҙә күп ине. Ошо конкурсты ойоштороп, "Башҡорт гитара" төркөмө күпме һәләттәр асты! Ә иң мөһиме: балаларҙы, йәштәрҙе туған телебеҙҙә йырларға өндәне. Афарин, интернет киңлектәрендә лә моңло башҡорт йырҙары күп яңғырарға тейеш.
Айгиз Моталов - Әбйәлил районы Хәлил ауылы егете. Уларҙың ғаиләләрендә ете бала икән.
- Йырларға мине Нәйлә өләсәйем дәртләндерҙе. Ул хорҙа йырлай. Тәүге тапҡыр тыуған ауылымда сәхнәгә сыҡтым. Етәксем Хәлил Нәсәп улы Зианбирҙин ярҙамы менән "Сулпылар" конкурсында ҡатнаштым. Хәлил Нәсәп улы миндә йырсы һәләтен асты. Артабан тормошомдо музыка менән бәйләргә булдым һәм Асҡарҙағы сәнғәт мәктәбендә йыр буйынса шөғөлләнә башланым. Район үҙәгенә тиклем беҙҙең ауылдан - 30 саҡрым. Атайым йәки олатайым аҙнаһына ике тапҡыр алып бара торғайны. Остазым Ринат Булат улы Ҡорманаев мине йыр буйынса тәүге конкурстарға әҙерләне. Рәхмәт уға, - ти Айгиз.
Бына шулай бәләкәйҙән йырлай, бейей ул. Ә Өфөгә гимназияға килгәс, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле менән илебеҙҙең төрлө ҡалаларына конкурстарға йөрөйҙәр. Ҡазанда төрлө халыҡ ансамблдәре менән ярышып, икенсе урын алғандар.
Бәләкәйҙән башҡорт йырсыларының сығыштарын ҡарарға ярата, улар кеүек ҙур сәхнәгә сыҡҡыһы килә Айгиздең. Ә гитара менән ҡыҙыҡһыныуы уны музыканы икенсе яҡтан күрергә өйрәтә.
-Үҙем өсөн яңы стилдәрҙе таптым. Мәҫәлән, Тимур Ямаловтың йырҙары моңло, матур, мөхәббәт менән тулған. Уйнауға ла еңел бирелә. Гитарала өйрәнеү теләге лә уның йырҙарын тыңлағас барлыҡҡа килде. "Башҡорт гитара" үткәргән конкурста еңеп, гитара алыуым өсөн уға ныҡ рәхмәтлемен, - ти егет.
Йәш музыкант һәм йырсыға ижади уңыштар теләйбеҙ.

Башҡортса йырлағыҙ, дуҫтар!

Эльвира Әсәҙуллина.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: