+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
29 Март , 15:00

Сипылдаҡ менән Бытбылдаҡ

Бер ҙур булмаған ауылда, ыҡсым ғына өйҙә әбей менән бабай көн күргән. Улар менән бергә Сипылдаҡ һәм Бытбылдаҡ тигән сысҡан балалары йәшәгән, ти.

Сипылдаҡ менән Бытбылдаҡ
Сипылдаҡ менән Бытбылдаҡ

Ваҡыт үтеү менән икеһе лә үҫеп еткән. Сипылдаҡ – аҡыллы, эшлекле, ярҙамсыл, тәрбиәле, ә Бытбылдаҡ, киреһенсә, күп һөйләүсән, ялҡау, хәйләкәр, алдаҡсы, көнсөл булған.
Сипылдаҡ әбей менән бабайға ла, йәнлектәргә лә, ҡоштарға ла ярҙам ҡулы һуҙған. Шуның өсөн дә уны бөтәһе лә яратҡан, хөрмәт иткән. Быны күргән Бытбылдаҡтың ҡус­тыһына йәне көйгән, уға көнләшкән. «Нисек кенә ошо маҡтансыҡтан ҡотолорға икән?» – тип көнө-төнө баш ватҡан, ти.
Шулай йөрөй торғас, ул хәйлә ҡорған. «Бер ҡатлы Сипылдаҡты алдаштырып урманға алып барайым да йәшенәйем. Әйҙә аҙашһын. Бына шул ваҡытта әбей менән бабай мине генә яратасаҡ», – тип уйлаған Бытбылдаҡ.
Яуыз эшен башҡарыр өсөн ул Сипылдаҡты еләк йыйыу һылтауы менән алыҫтағы ҡуйы урман эргәһендәге яланға алып киткән. Барып етеү менән һаҡсыл Сипылдаҡ бер ерҙә емеште тапамай ғына йыйған. Ә түҙемһеҙ Бытбылдаҡ урындан-урынға йүгереп йөрөгән, еләктәрҙе иҙгеләп бөткән. Йөрөй торғас, ҡуйы урман араһына инеп китеп, аҙашҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған.
Сипылдаҡ ағаһына күпме генә ҡысҡырмаһын, ул яуап бирмәгән.
Бына шунан алып Бытбылдаҡ ҡырҙа йәшәй башлаған, йәғни ҡыр сысҡанына әйләнгән. Ә Сипылдаҡ инде изге, яҡшы эштәр ҡылып, әбей, бабай менән әүәлгесә донъя көтә икән. Кешегә соҡор ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң, тиҙәр бит.

Резеда МӨХӘМӘТШИНА,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: